Аҡса иҫәп ярата13.09.2013
Йәмәғәт, хәтерегеҙҙән сығармағыҙ: быйыл сентябрҙә дәүләттең пенсияға өҫтәмә аҡса күсереүен тәьмин иткән программаның срогы үтә. Берлектә финанслауҙа ҡатнашырға теләүселәр Пенсия фондына айҙың аҙағына тиклем ғариза бирергә тейеш.

Хәйер, йыл дауамында был мөмкинлекте тағы ла бер йылға оҙайтыу ихтималлығы тикшерелде, Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығында тейешле закон проекты ла әҙерләнеләр. Әлегә башҡа министрлыҡтар менән һөйләшеүҙәр алып барыла, әммә һөҙөмтәлә ул ҡабул ителерме-юҡмы – әйтеүе ауыр.
Билдәле булыуынса, пенсияны берлектә финанслау программаһы 2008 йылда ғәмәлгә ингәйне. Маҡсаты – барлыҡ эшләүселәргә, теләге булған осраҡта, киләсәктә пенсияһының тупланма өлөшөн дәүләт ҡатнашлығы һәм шәхси аҡса ярҙамында арттырыу мөмкинлеген биреү. Хеҙмәткәрҙәр өҫтәмә иғәнәләрҙе Пенсия фондына үҙаллы күсерә ала, ә дәүләт һәр бер мең һумға өҫтәп, тағы бер мең һум һала (әммә йылына 12 мең һумдан артмай). Хеҙмәткәр йыл дауамында күсергән өҫтәмә иғәнәнең түбәнге кимәле – 2 мең һум. Программаға быйыл ғына ҡушылғандар ошондай сумманы йыл аҙағына тиклем күсерергә тейеш. Берлектә финанслау ун йылға иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә буласаҡ пенсионерҙың тупланма иҫәбе 240 мең һумға тулыланыуы ихтимал (яртыһы – дәүләт иҫәбенә). Пенсияға өҫтәмә иһә ошо сумманы инвестициялау һөҙөмтәһенә һәм тупланған өлөштө алыуҙың ниндәй төрөн һайлауға бәйле.
“Тиҙ” вариантты һайларға һәм тупланма өлөштө ун йылда алып бөтөргә мөмкин. Ул саҡта пенсияға өҫтәмә ҙурыраҡ буласаҡ. Әгәр ҙә түләүҙе ғүмерҙең аҙағынаса һуҙһаң, айлыҡ өҫтәмә аҙыраҡ буласаҡ, әммә ул пенсионер иҫән-һау йәшәгән барлыҡ осорҙа түләнәсәк.
Хаҡлы ялға сығыу йәшенә еткән, әммә пенсия алыуға документтарын юлламаған кешеләргә берлектә финанслауҙа льгота ҡаралған: һәр “шәхси” һумға дәүләт 4 һум өҫтәй. Был осраҡта йыллыҡ ҡаҙна өҫтәмәһенең күләме 48 мең һумға етә.
Программала эш биреүселәргә лә ҡатнашырға мөмкин: улар хеҙмәткәрҙең иғәнәләренә үҙ өҫтәмәһен ҡушып күсерә ала. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙең дә, эш биреүсенең дә күсергән аҡсаһынан килем һалымы алынмай. Программала ҡатнашыусылар өсөн тағы бер ыңғай үҙенсәлек – пенсия тупланмаһы кешенең шәхси иҫәбендә ҡала. Әгәр хеҙмәткәр пенсия юллағанға тиклем вафат булған икән, аҡсаны уның вариҫтары аласаҡ.
Рәсәйҙең Пенсия фондынан хәбәр итеүҙәренсә, 2008 йылдан башлап программала 13 миллиондан ашыу кеше ҡатнаша. Быйыл ғына уларҙың һаны 2,7 миллионға артҡан.


Вернуться назад