Йөҙимән ауылында иң өлкән кешеләрҙең береһе Фәриха Шәрәфетдинованы шулай тип хөрмәтләп йөрөтәләр.
Күптән түгел 90 йәшен тултырған әбейҙең күргән-кисергәне, халыҡ әйтмешләй, үҙе бер китап яҙырлыҡ. Аслыҡ-яланғаслыҡ, һуғыш афәте… Бер эштән дә сирҡанып тормай үҫмер ҡыҙ – нимәгә генә тотонмаһын, ҡойоп тигәндәй ҡуя. Йәше еткәс, Миңнулла исемле егет менән йәрәшеп, ун бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Колхозда сөгөлдөр үҫтереүҙә маҡталып эшләй ул, тырыш хеҙмәте өсөн миҙалдар, маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Тормошонан ифрат ҡәнәғәт Фәриха әбей. Өйөндә бер үҙе ғүмер итһә лә, яңғыҙ моңайып ултырырға форсаты юҡ. Әле бер балаһы ҡайтып керә, унан – икенсеһе. Ейән-ейәнсәрҙәре лә өләсәһенең тупһаһын һыуытмай. Күрше-тирәләре лә: “Әбей, ни хәлдә генәһең?” – тип хәл белешеп тора. Уларҙың һәр береһенә кәңәш-төңәшен, өгөт-нәсихәтен бирә.
— Был донъяла йәшәү – үҙе бер бәхет. Ғүмерҙең ҡәҙерен белегеҙ. Аллаға шөкөр, тормош хәҙер үҙе йәннәт кеүек. Ас-яланғас түгелбеҙ, өҫтәлебеҙ тулы ризыҡ, Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын, – ти ул.