Ҡотлайбыҙ!13.09.2013
Ҡотлайбыҙ!Күгәрсен районында тыуып үҫеп, Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе арҙаҡлы ир-уҙаман Шамил Шакир улы Хәлитов бөгөн үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ул ғүмеренең 35 йылын ерҙәге иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһенә – янғын һүндереүсе хеҙмәтенә — арнап, эше буйынса бар баҫҡыстарҙы уңышлы үтте. Хәрбиләштерелгән янғын һүндереү отряды етәксеһе вазифаһында ла үҙен оҫта ойоштороусы итеп күрһәтте. Эске хеҙмәт полковнигы дәрәжәһендә, күкрәгенә тиҫтәнән ашыу миҙал тағып, хаҡлы ялға сыҡты.
Шамил Шакир улы бөгөн дә яуаплы эштә. Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булараҡ халыҡ тормошо тағы ла яҡшырһын өсөн бар көсөн һала. Нефтекамала ғына түгел, республикала киң билдәле һәм оло абруйға лайыҡ шәхес алты бала атаһы ла.
Хөрмәтле Шамил Шакир улы!
Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас тәбрик итәбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Бар ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын. Альбина Рәшит ҡыҙы менән бергә муллыҡта, тигеҙлектә һәм татыулыҡта тағы ла күп йылдар ғүмер итегеҙ. Алдағы юбилейҙарҙы ла бергә ҡаршыларға яҙһын!

Нефтекамалағы погонлы
һәм погонһыҙ дуҫ-иштәрегеҙ исеменән Зәйтүнә менән
Ансар Нуретдиновтар.


Вернуться назад