"Уны ашатҡан туғанының тормошо хәйерлерәк"13.09.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Аллаһ Тәғәлә ошо Ерҙе яратып, унда урманын, үләнен, емеш-еләген үҫтергән, шишмә-йылғаһын ағыҙған, ғөмүмән, йәшәү өсөн бөтөн мөмкинлекте тыуҙырған икән, әҙәм балаһы көнө-төнө намаҙ уҡып ҡына ултырырға тейеш түгел. Хоҙайҙың хәлифәһе булараҡ, ул тәбиғәтте, ер йөҙөн тәртиптә тоторға, һаҡларға, йәшәү өсөн мөмкинлектәрен файҙаланырға бурыслы. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: "Әгәр дин ун өлөштән тора икән, уның берәүһе — ғибәҙәт, ҡалғандары — мөғәмәләт", — тигән. Сауҙа, кәсеп итеү, ғилем алыу, һөнәр өйрәнеү, балалар үҫтереү һәм башҡалар — барыһы ла мөғәмәләткә инә. Ошонан сығып ҡараған ваҡытта, ер йөҙөндә үҙеңә йәшәү өсөн мөмкинлек булдырыу ҙа ғибәҙәткә инә.
Изге "Ҡөрьән"дә Аллаһ Тәғәлә ғәмәл ҡылырға, эшләргә бойорған. Ул үтелгәндәрҙе күрә, хәрәкәткә ярашлы бәрәкәт бирә. Был йәһәттән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм беҙгә үҙ тормошо аша өлгө күрһәткән: намаҙ ҙа уҡыған, ғаилә лә ҡорған, тормошто ла яҡшы көткән. Пәйғәмбәребеҙ сауҙа менән уңышлы шөғөлләнгән. "Ҡыйыу, тәүәккәл сауҙагәр ризыҡланыр", — тигән ул бер хәҙисендә. Шул уҡ ваҡытта сауҙаны ғәҙеллек менән алып барырға саҡырған: шунда ғына килемеңдә бәрәкәт була.
"Аллаһ Тәғәлә иманлы, һөнәрле бәндәһен һөйә", — тигән Пәйғәмбәребеҙ. Бер саҡ ул, барлыҡ ваҡытын мәсеттә уҙғарған кешене күреп, башҡаларҙан: "Был кеше көнө-төнө ғибәҙәттә, уны кем ашата икән һуң?" — тип һораған. "Уның кәсеп менән шөғөлләнгән туғаны бар, шул ризыҡландыра", — тип яуаплағандар. "Был кешегә ҡарағанда туғанының тормошо хәйерлерәк", — тип һығымта яһаған Пәйғәмбәребеҙ. Ислам дине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ғибәҙәт ҡылып ҡына ултырыуға ҡарағанда намаҙ уҡып та, кәсеп итеп тә йәшәүҙе өҫтөн күрә.
Ғөмүмән, барлыҡ пәйғәмбәрҙәр ҙә хеҙмәт иткән. Мәҫәлән, Муса ғәләйһис-сәләм мал көткән. Ҡайһы берәүҙәр, әйтәйек, Сөләймән, Дауыт пәйғәмбәрҙәр батша ла булған. Аллаһ Тәғәләнең ҡанун-ҡағиҙәләрен еткереү менән бергә илгә етәкселек итеү өсөн күпме ғилем, зиһен кәрәк!
Мосолман ир-аты илен дә, ерен дә, ғаиләһен дә, абруйын да һаҡларға тейеш. Был ғәмәлдәрҙең хәләл көс аша эшләнеүе мөһим. Әйтәйек, бер кеше ғәҙел юл менән мал табып, арып, ғаиләһен туйындырып йоҡларға ятһа, уның гонаһтары юйыла.
Шул уҡ ваҡытта "минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе" тигән кәйефтә эшләргә ярамай — бәрәкәте булмай. Һәр ғәмәлде тырышып, күңелеңде һалып, хеҙмәт емешеңдең үҙеңә лә, башҡалар өсөн дә файҙаға булырын юрап башҡарыу зарур.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Хоҙай Тәғәлә беҙгә аҡыл, зиһен, ҡул көсө биргән икән, уны изге ниәттәрҙә файҙаланайыҡ. Балаларыбыҙҙы ла тормошон хәләл юл, ғәҙел хеҙмәт аша ҡорорға өйрәтәйек. Шулай икән, иншаллаһ, донъябыҙға именлек, бәрәкәт насип булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад