“Мөхәббәтһеҙ”13.09.2013
Һөйөүем бөтһә, тормошомдоң йәме
Юйылып төшөр төҫлө хәтерҙән.
Кеше моңһоу күҙҙәремә ҡарап
— Мөхәббәтһеҙ! –
Тиеп әйтерҙәй.

Нишләтһә лә, айырмаһын яҙмыш
Күңел ҡошом — сыуаҡ хисемдән.
Донъяла мин бер нәмәнән ҡурҡам:
“Мөхәббәтһеҙ!”
Тигән исемдән


Вернуться назад