Һуғышта яралған һөйөү13.09.2013
Яҙмыш кемдәрҙе генә осраштырмай, кемдәрҙе генә ҡауыштырмай. Әхәт менән Нинаны ла һуғыш табыштырған.
Йәйҙең иң матур көнө, тәбиғәттең ожмахҡа тиң сағы, ҡоштар сутылдаша, ауыл йәштәре таңға тиклем уйын ҡора. Ә иртә таңда бөтә донъяны ҡот осҡос хәбәр – һуғыш хаҡында иғлан – тетрәндерә. Әхәт ауылда иң беренселәрҙән булып һуғышҡа китә. “Хушығыҙ, мин яратып йөрөгән һуҡмаҡтар, хуш еҫле туғайҙар, иҫән-һау ҡайтыуыбыҙҙы теләүсе ауылдаштарым! Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ! Ер-һыуҙарыбыҙҙы, ата-бабаларыбыҙҙың изге төйәген, Ватаныбыҙҙы яуыз дошмандан һаҡларбыҙ!”

Һуғыштың иң ауыр көндәре. Дошман ҡара йылан булып тыуған еребеҙгә шыуыша, әсе ағыуын сәсә. Мәкерле көс аяуһыҙ. Үлһәк үлербеҙ, барыбер еребеҙҙе һаҡларбыҙ, ти яугирҙәр. Ер ҙә, күк тә бер, айырмаһы юҡ, меңәрләгән ҡорбан аша тик алға барырға! Бойороҡ шулай. Бына ниндәйҙер көс һалдатты аяҡтан йыҡты, йылы ҡан күҙ ҡабаҡтарына йәбеште. Әхәт шулай үҙенең яраланғанын белде. Иҫенә килгәндә, ҡот осҡос күренешкә тап булды: яралылар, ыңғырашыуҙар, үлектәр, таныш булмаған телдә һөйләшеүҙәр… Тимәк, әсиргә төшкәнбеҙ, дошман беҙҙе уратып алған, ни эшләргә? Уларҙы төрлө яҡҡа айыра башланылар. Кемдәр ҡаты яралы – шунда уҡ аталар. Ауыр эштә сынығып үҫкән егет тырышып аяғүрә баҫты. Әсирҙәрҙе ташландыҡ өйҙәргә яптылар. Дошман уҫал, сөнки улар яғынан да юғалтыу бихисап.
Әхәттең яралары бик этләмәне, йәшлек үҙенекен итте. Фашистар әсирҙәрҙе урман ҡырҡыуҙа файҙаланды. Ҡасырлыҡ түгел, өйрәтелгән эттәр хужалары менән һәр аҙымды күҙәтә.
Һуғыштың тәүге көндәре беҙҙекеләр өсөн үтә лә ауыр ине шул. Әхәт төшөндә тыуған ауылын, сәскәләргә күмелеп ултырған туғайҙарын күрҙе. Тимәк, Аллаһы Тәғәлә мине тамуҡтан ҡотҡарасаҡ, төштәрем шуға юрай, өмөтөм бар, ҡасырға кәрәк.
Бер мәл уларға ҡарағай ағасын киҫергә ҡушалар. Ошо форсаттан файҙаланып, тиҫтәләп әсир урман араһына инеп юғала. Атыу тауыштары ишетелә, ләкин арттарынан ҡыуырға дошмандың ҡыйыулығы етмәй. Бер нисә көнлөк юл үтеп, үҙебеҙҙекеләргә барып юлығалар.
Ләкин әсирлектә булыу уларға ҡара мөһөр баҫа – штраф батальонына тәғәйенләйҙәр. Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Әхәт үҙ яҙмышына буйһона, ярай әле иҫән-һау. Һуғыш өсөн төҙөлөш материалдары бик күп талап ителә. Дошман бомбаға тотҡан күперҙәрҙе сафҡа индерергә кәрәк. Яугир таныш шөғөлөнә – урман ҡырҡыуға тотона.
Бына шунда осрата ла инде Әхәт үҙенең мөхәббәтен – мәрйә ҡыҙын, Нинаһын. Зәңгәр күҙле, уртаса буйлы ҡыҙ аш-һыу әҙерләй, ә уның атаһы – штраф батальонының командиры. Ҡырҡылған ағас вагондарға тейәп оҙатыла. Йөҙәрләгән йәш егет араһынан Нина фәҡәт Әхәткә иғтибар итә. Йоморо битле, уртаса буйлы егет уға бер күреүҙән оҡшай. Нинаның атаһы Александр ябай башҡорт яугиренә ыңғай ҡарай: егәрле, иғтибарлы, шуға күрә ҡыҙының теләгенә ҡаршы килмәй. Башҡортостан егете менән Калининград ҡыҙы араһында һөйөү хисе көсәйгәндән-көсәйә бара.
1945 йыл илебеҙгә Еңеү алып килә. Ләкин, штраф батальонында булғас, Әхәткә тыуған яғына ҡайтыу бәхете эләкмәй, 1951 йылда ғына рөхсәт ителә. Егет ни эшләргә белмәй, Нина минең менән китерме-юҡмы, тип уйлай.
– Нина, беҙҙең мөхиткә һин түҙерһеңме? Беҙ бит – бик сыҙамлы халыҡ.
— Әхәт, мин бит һине яратам, бер ниндәй ҡыйынлыҡ та беҙҙе ҡурҡыта алмаҫ, мөхәббәткә бер нәмә лә кәртә була алмаҫ.
Александр ҡыҙына фатиха бирә. 15 йәштә сағында уҡ ҡыҙҙың әсәһе вафат булған, ә бер туған апаһы менән ағаһы һуғышта башын һалған. Атай менән ҡыҙ хушлаша.
— Ҡыҙым, тик һин мине ҡайтып ерләрһең. Күпме ғүмерем бар тиһең – әлегә йәшәйем, – тип кейәүе менән Нинаһын оҙайлы юлға оҙата офицер.
Әхәттең Нина менән ҡайтып төшөүе ауылда ҙур ваҡиға була – халыҡ гөж килә. Егет һуғышҡа киткәс, ата-әсәһенең өйөн һүтеп, ағасынан йылға аша күпер яһап ҡуйғандар, ә үҙҙәрен кулак мөһөрө тағып Ырымбур яғына оҙатҡандар. Атаһы аҙаҡ һуғышҡа алынған, кире әйләнеп ҡайтмаған. Бер аҙҙан әсәһе ауылға кире күсеп килеп, балалары менән берәүҙәргә өйҙәш булып ингән. Әхәт менән Нинаның ҡайтыуы әсәһенә дәрт өҫтәй, улар ситән үреп, балсыҡтан өй һала. Ауыл халҡы мәрйә ҡыҙын ярата, йәш парҙы өй беренсә йөрөтөп ҡунаҡ итәләр. Бөтөн ауыл халҡы, мәсеткә йыйылып, Нинаға Фатима тип исем ҡуша.
Улар матур донъя ҡороп, биш бала тәрбиәләй. Нина атаһының васыятын да үтәй, уны ерләүгә ҡайтып килә.
Хәҙер Әхәт тә, Нина ла был яҡты донъяла юҡ инде, шулай ҙа уларҙың һуғышта яралған һөйөүе һәр кемгә билдәле, яҡты иҫтәлектәр булып һаҡлана. Балалары матур итеп донъя көтә. Әхәт менән Нина зыяратта йәнәш кенә ерләнгән. Сикһеҙ ауырлыҡтар аша үтеп, матур балалар үҫтергән башҡорт егете Әхәт менән мәрйә ҡыҙы Нина-Фатиманың ҡәберҙәрен аллы-гөллө сәскәләр биҙәй. Ауыл халҡы һәм балалары ике йәш йөрәктең һуғышта яралған илаһи мөхәббәтен һәр саҡ иҫтә һаҡлай.


Вернуться назад