Мөхәббәт!.. Был тылсымлы һүҙгә илаһи ҡөҙрәт һыйған: кешеләрҙең иңенә ҡанат үҫтереп күктәргә сөйгән дә, сикһеҙ даръя ҡуйындарына ташлаған да, уттарҙа яндырып, һалҡындарҙа туңдырған да мөхәббәт! Таһир менән Зөһрә, Йософ менән Зөләйха, Ләйлә менән Мәжнүн һәм тағы әллә күпме заттарҙың яҡты һыны, мөхәббәт символына әйләнеп, кешеләр йөрәгендә йәшәй. Шағирҙар ошо бөйөк хисте данлап әҫәрҙәр ижад итә, рәссамдар киндерҙә мәңгеләштерә, скульпторҙар һәйкәлдәр ҡоя, композиторҙар йырҙар яҙа... Хәйер, Ер йөҙөндә йәненә ошо Хоҙай нуры ҡағылмаған бер генә кеше лә юҡтыр. Үҙебеҙҙең арала йәшәгән, күреп-аралашып торған кешеләр ҙә хәҙер мөхәббәт легендаһына әйләнә бара кеүек: Мостай менән Рауза, Нәжиб менән Наилә... Уларҙың бер-береһенә булған оло мөхәббәте тураһында һоҡланып һөйләйҙәр бөгөн.
Хөрмәтле дуҫтар, "Башҡортостан" гәзите үҙенең биттәрендә "Мөхәббәт баҡсаһы" тигән рубрика асырға булды. Был баҡсабыҙҙа һеҙ мөхәббәтегеҙҙе ҡасан, ҡайҙа осратыуығыҙ, уның артабанғы яҙмышы тураһында яҙып, үҙ ағасығыҙҙы ултырта алаһығыҙ. Һеҙҙән килгән хаттарҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Барыһы ла сайтта донъя күрһә, иң яҡшы, уҡымлы тип табылғандары гәзиттә сығасаҡ. "Мөхәббәт баҡсаһы" тиҙҙән урман булып шаулар тип өмөтләнәбеҙ.