Бүләген ейәненә инселәне11.09.2013
Бүләген ейәненә инселәне “Гәзит – үҙе ҙур бүләк”, — тип ҡаршыланы беҙҙе Хазина менән Бәҙретдин Латиповтар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Әбйәлил районының Таштимер ауылынан 81 йәшлек Бәҙретдин олатай, гәзит иғлан иткән ун көнлөктә тәүгеләрҙән булып “Башҡортостан”ға яҙылып, бүләк отҡайны. Күптәнге дуҫыбыҙ менән шәхсән осрашырға булдыҡ. Бөхтә йортта ҡояштай йылмайып ҡаршы алған хужабикә Хазина Мөхәмәткәрим ҡыҙы менән шундуҡ һүҙҙәребеҙ беректе.

— Гәзиттә эшләгән барса хеҙмәткәрҙәрҙе күптән беләм кеүек. Үҙҙәрен күрмәһәм дә, мәҡәләләре аша танышмын. Баҫма матур, бай йөкмәткеле сыға, энәһенән ебенәсә тигәндәй уҡыйбыҙ. Хатта гәзит-журнал таратҡан көндә тәҙрәнән күҙебеҙҙе алмай килтереүҙәрен көтәбеҙ, — тип бер тынала һәммәһен дә һөйләп өлгөрҙө.
Ситтәрәк йылмайып ҡына ҡатынының әйткәндәре менән риза булып ултырған Бәҙретдин Яхъя улына килеүебеҙҙең сәбәбен әйтеп, бүләгебеҙҙе тапшырғас, олатайҙың шатлығы бермә-бер артты. Бүләктең дә ниндәйе бит әле! Ауыл тормошонда иң кәрәкле әйбер — дрель.
“Ейәнебеҙ Фуат йорт һала, моғайын, уға бүләк итербеҙ”, — тип инселәп тә ҡуйҙы ул. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Латиповтар иң күп гәзит-журнал алдырыусылар рәтендә. Геройыбыҙ үҙе лә елле кеше булып сыҡты: ун йәшенән колхозда эшләп, алдынғы механизатор, комбайнер булып танылған. Ленин һәм “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры, атҡаҙанған механизатор, тыл һәм хеҙмәт ветераны Бәҙретдин Латипов көндәлек яңылыҡтар менән гәзит аша таныша, республикала барған хәл-ваҡиғаларҙы барлай. Күҙе талып китһә, уҡыуҙы Хазина инәй дауам итә.
Икеһенең дә аяҡтары һыҙлауға ҡарамаҫтан, көн һайын бер аҙ йөрөп инәләр. “Осраған ауылдаштарыбыҙға гәзиттәге мәҡәләләр хаҡында һөйләйбеҙ. Улар ҡыҙыҡһынып, тиҙ арала килеп баҫмаларҙы һорап ала, бәғзеләре үҙҙәре лә яҙыла башлай”, — тип тә ҡыуандырҙылар.
Латиповтар кеүек тоғро дуҫтарыбыҙ осраһа, күңел күтәрелеп китә. Бер хәрефен дә ҡалдырмай, ынйы теҙгән кеүек бер һүҙҙән икенсеһенә күсеп, гәзиттең һәр һанын уҡып барыусыларыбыҙ барҙа, беҙгә, редакция хеҙмәткәрҙәренә, артабан да тырышып эшләргә генә ҡала. Гәзиткә яҙылыусылар йылдан-йыл кәмемәй ул, ә гәзит менән уҡыусы араһындағы бәйләнеш юғала бара. Төпкөл ауылдарҙа баҫмаларҙың килеүен түҙемһеҙләнеп көтөп алыусылар бар икән, тимәк, матбуғат һүҙе халыҡҡа кәрәк. Бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим әйтмешләй, гәзитте бер генә кеше булһа ла алдырып уҡый икән, беҙ уны сығарырға тейешбеҙ. Бәхеткә күрә, улар берәү, икәү генә түгел, ә меңдәрсә... Шул меңдәрҙең араһында Хазина менән Бәҙретдин Латиповтарҙың булыуы икеләтә ҡыуаныслы. Киләсәктә лә бүләкһеҙ ҡалмаҫтар әле. Үҙҙәре әйтмешләй, иң ҙур бүләк һаналған “Башҡортостан”ға күптән яҙылып та ҡуйғандар.
Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ!


Вернуться назад