Өфөлә Зәки Вәлидигә һәйкәл ҡасан асылыр?11.09.2013
Башҡорт халҡының тарихы — азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәштең, хәрби ҡаһарманлыҡ һәм ғәскәри хеҙмәттең күп быуатлыҡ тарихы ул.

Һәр халыҡтың яҙмышы мәшһүр вәкилдәренең яҙмышында сағылыш таба. Халҡыбыҙҙың иң танылған шәхестәре Салауат Юлаев менән Зәки Вәлидиҙең тормош юлы — быға асыҡ миҫал. Уларҙың икеһе лә, үҙ халҡын азатлыҡ өсөн көрәшкә күтәргәндән һуң, ғүмерҙәренең күп өлөшөн сит-ят тарафтарҙа үткәрергә мәжбүр була. Береһе — Эстонияла һөргөндә, икенсеһе — Германияла һәм Төркиәлә. Азатлыҡҡа, милли үҙбилдәләнешкә ынтылғаны өсөн халыҡ тағы ла нығыраҡ иҙелеүгә, ә юлбашсылары үлемгә йәки тыуған еренән һөрөлөүгә дусар ителә.
Юлбашсы һәм баһадир, шағир һәм йырсы Салауат Юлаев халҡыбыҙ символына, легендаһына әүерелһә, арҙаҡлы шәхес, олуғ ғалим Зәки Вәлиди — азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшсенең тағы ла бер сағыу үрнәге.
Зәки Вәлиди заманы, рухы буйынса беҙгә яҡыныраҡ та, мемуарҙарына һәм хәтирәләренә күҙ һалып, ғилми хеҙмәттәрен өйрәнеп, уның күңелен тойорға мөмкин. Был шәхес — башҡорттарҙың һуңғы азатлыҡ өсөн көрәш ҡаһарманы. Тарихи хәтеребеҙ Вәлидиҙең көрәшен, идеяларын, шәхесен яҡшыраҡ та һаҡлаған. Шул уҡ ваҡытта бөгөн Өфө ҡалаһында уға һәйкәл ҡуйыуға ҡаршы сығыусылар ҙа юҡ түгел. Шуны билдәләргә кәрәк: Зәки Вәлиди башҡорттарҙы һемәйткән совет власына ҡаршы көрәшмәне, Германияла йәшәһә лә, хыянатсы булманы — уның бөтә ғүмере һәм эшмәкәрлеге башҡорт халҡының азатлығы өсөн көрәш менән һуғарылды.
Өфө ҡалаһы хакимиәте Зәки Вәлидигә һәйкәлде Матросов паркында (бәлки, Ленин, Республика паркылыр — атаманы аныҡ ҡына билдәләргә ваҡыт!), Ленин һәм Вәлиди урамдары киҫелешендә ҡуйырға ҡарар иткәйне. Беҙгә, баш ҡала халҡына, яңы тарихсы-тикшеренеүсене һәм скульпторҙы ситтән көтөп ятмаҫҡа, ә бөтөн донъяла танылыу яулаған мәшһүр ғалим һәм шәхескә һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен тиҙерәк хәл итергә кәрәк. Әгәр ҡала ҡаҙнаһы наҡыҫ икән, бәлки, хәллерәк эшҡыуарҙар ошо изге эште — бөйөк шәхесебеҙгә һәйкәл төҙөтөп ҡуйыуҙы — үҙ иңенә алыр?


Вернуться назад