Өфө — туғыҙынсы урында11.09.2013
Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығында илебеҙҙәге иң ҙур ҡалаларҙың 2012 йылға ҡарата экологик рейтингы төҙөлдө. Уның төп маҡсаты — тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу.

Исемлеккә 85 ҡала ингән. Улар һауа мөхите, һыу ҡулланыу һәм уның сифаты, ҡалдыҡтар менән эш итеү, биләмәләрҙе, транспортты файҙаланыу, энергия ҡулланыу, тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоға идара итеү кеүек күрһәткестәр буйынса баһалана. Өфө — тәүге тиҫтәлә.
Баш ҡалабыҙ хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, рейтингты төҙөүҙә ҡулланылған алым ҡала мөхите сифатын баһалау ғына түгел, шулай уҡ күрһәткестәрҙе башҡа илдәр менән сағыштырыу мөмкинлеген дә бирә. Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Ринат Ғизәтуллин әйтеүенсә, рейтинг тәүге тиҫтәләге ҡалаларҙың башҡа илдәгеләрҙән бер ҙә ҡалышмауын, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙан яҡшыраҡ та булыуын күрһәтә.


Вернуться назад