Әсирлектән килгән хаттар...11.09.2013
Әсирлектән килгән хаттар...Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханалағы ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлеге хеҙмәткәрҙәре бер китап биттәре араһынан Беренсе донъя һуғышы осоронан ҡалған дүрт хат-открытка табып алды.

Һуғыштан килгән хаттар һәр саҡ һалдат образын тыуҙырырға булышлыҡ итә, сөнки уларҙа яугирҙең хәл-әхүәле, тойғо-кисереше сағыла. Әлеге открыткалар 1916–1917 йылдарҙа хәрби әсирҙәрҙең Цоссен лагерынан ебәрелгән булған. Был лагерь 1914–1915 йылдарҙа Германия биләмәһендә ойошторолған.
Открыткалар Бәләбәй өйәҙенең (әлеге Туймазы районының) Әгертамаҡ ауылына хәрби әсир Авзалетдинов Мөтиғулла Кәшәфетдин улы (шәхси номеры — 106312, 3-сө лагерь блогы, 8-се барак) исеменән һалынған. Хат-хәбәрҙе төрлө кеше урыҫ телендә яҙған, шуға күрә яугирҙең исем-шәрифе дөрөҫ бирелмәүе лә ихтимал.
Әсирҙәргә ручка таратылмаған, открыткалар ҡәләм менән яҙылған. Тәүгеһенә "1916 йылдың 29 октябре" тип дата ҡуйылған, унда Мөтиғулла ата-әсәһенә әсирлеккә төшөүе хаҡында хәбәр итә. Тағы бер хатында сохари, шәкәр, аҡса ебәреүҙәрен һораған. 1917 йылдың 20 авгусында һалынған һуңғыһында һау-сәләмәт булыуын, үҙгәрештәр көтөүен белдергән. Ул осорҙа хәрби әсирҙәрҙең бөтә хат-хәбәре тикшереү үткән, әлеге открыткаларҙа ла хәрби цензураның мисәте бар.
Яҡташыбыҙ ошо ауырлыҡтарҙы үтеп, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡанмы? Артабанғы яҙмышы ниндәй? Был ҡомартҡылар китапханаға нисек килеп эләккән? Ошо һорауҙарға яуап эҙләргә кәрәк.
Быйыл 1 августа Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Беренсе донъя һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнде. Тотош дәүләттәр юҡҡа сыҡҡан, миллиондарса кеше һәләк булған афәтте оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Киләһе йыл Милли китапхана иҫтәлекле ваҡиғаның 100 йыллығына арнап күргәҙмә ойошторасаҡ, баҫмаларҙың электрон коллекцияһын тәҡдим итәсәк.


Вернуться назад