"Бергәләп эшләйек!"11.09.2013
Башҡортостан сүп-сар йыйыу буйынса "Бергәләп эшләйек!" тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.
Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 14 — 21 сентябрҙә бөтә ҡала һәм райондарҙа экологик өмәләр, биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса төрлө саралар уҙғарыла.
Акцияның төп маҡсаты — экологик хәлде яҡшыртыу, ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге мәсьәләләргә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү. Ул Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы саралары планына ярашлы ойошторолдо. Уның төп йүнәлештәренең береһе — экологик мәҙәниәтте үҫтереү.
Акцияны "Terra Viva" халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы менән Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте ярҙамында "Бергәләп эшләйек!" экологик хәрәкәте ойоштора.