Сәскә ғүмеркәйҙәр өҙөлмәһен!11.09.2013
Мин, Илеш районынан Зөһрә Ниғмәтуллина, һеҙгә, ҡәҙерле яҡташтарым, милләттәштәрем һәм гәзит уҡыусы дуҫтарым, ярҙам һорап мөрәжәғәт итәм. Ҡарап тороуға һау-сәләмәт ҡыҙымда ҡот осҡос сир таптылар — ул “лейкоз”, аҡ ҡанлылыҡ ауырыуы. Хәҙер һөйөклө ҡыҙыбыҙҙың ғүмере ҡурҡыныс аҫтында.
Күптән түгел Израиль клиникаларынан түләүле операцияға саҡырыу алдыҡ, уның хаҡы (150 мең долларға, йәғни 4-5 миллион һумға ҡәҙәр) беҙҙең өсөн ҡот осҡос ҙур, ябай кеше, ғаилә, хатта туған-тыумаса ярҙамы менән дә күтәрә алырлыҡ түгел. Шуға ла һеҙгә мөрәжәғәт итәм: халҡыбыҙҙа “ил төкөрһә, күл була”, “Күмәк көс яу ҡайтара” тигән мәҡәлдәр бар. Гөлшат Екатеринбургтағы Урал дәүләт медицина академияһында уҡый ине. Уның һеҙҙең ярҙам менән сирҙе еңеп сығасағына, уҡыуын тамамлап, яҡшы табибә булараҡ киләсәктә һеҙҙең дә яҡындарығыҙҙы дауалай аласағына ышанам. Кем күпме булдыра ала, зинһар, ярҙам итегеҙ! Барыбыҙ ҙа Хоҙай бәндәләре, беребеҙ ҙә иртәгә үҙе менән ни булаһын белмәй, шуға бер-беребеҙҙе ауыр ваҡытта ташламаһаҡ ине. Һәммәгеҙгә лә рәхмәт белдерәм, һау-сәләмәт булығыҙ!

СБЕРБАНК РОССИИ
Банк получателя: Башкирское отделение № 8598
ОАО “Сбербанк России”
Банковские реквизиты:
ИНН 7707083893 КПП 027802001 БИК 048073601
Корр./счет: № 30101810300000000601 в ГРКЦ НБ РБ
Расчетный счет: № 47422810006009940001
ОКПО 09105901 ОКОНХ 96130
№ счета: 40817810406050806636
Нигматуллина Зугра Ринатовна
Через устройство самообслуживания Сбербанка:
№ карты: 639002069032490219
Кеҫә телефоным: 89170406129
Рәхмәт, изгелегегеҙ үҙегеҙгә игелек булып ҡайтһын!


Вернуться назад