"Иң аҙ хеҙмәт хаҡына эшләп йөрөгән һәм иң оҙон юл үткән һөнәр эйәһе кем?" тигән һорауға, моғайын, күпселек почтальон тип дөрөҫ яуап бирер.
Баҙытамаҡ почта бүлексәһенә аяҡ баҫҡанда почтальондар көндәлек мәшәҡәттәренән арынғайны, сумкалары бушағайны. Был төбәк халҡы гәзит-журналдар уҡыу буйынса ла өлгө. "Башҡортостан" гәзитенең дә үҙ уҡыусылары, тоғро дуҫтары бар бында.
Бүлексә начальнигы ялда ине, шуға почтальондарҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт итергә тура килде. "Йә, әйтегеҙ әле, ҡайһығыҙ яҡшыраҡ эшләй?" — тигәс, бер тауыштан Рәйфә Зәкиеваны күрһәттеләр.
Рәйфә Тимерғәзи ҡыҙы 22 йыл Баҙытамаҡ ауылында йүгерә-йүгерә гәзит-журнал тарата. Әле 200-ҙән ашыу йорттан торған биләмәләге халыҡҡа 700-ләп матбуғат баҫмаһы килтерә. Үҙенә тапшырылған урамдарҙы аҙнаһына дүрт тапҡыр йөрөп сыға.
— Ошо йылдарҙа халыҡ менән эшләргә өйрәндем, көн дә тиерлек күргәс-күрешкәс, яҡынайып та кителде, хатта көтөп үк торалар. Уҡырға яратҡан кеше хаҡы ҡиммәт тип йәки башҡа сәбәп тапмай, элеккесә яҙылыуын дауам итә. Һуңға ҡала күрмәйем, аҡсаны инеп ал әле, тип торалар, — ти Рәйфә Зәкиева.
Мари-Мәнәүез ауылынан Рәсимә Нурисламованың иңбашына почтальон сумкаһы һалыуына — һигеҙ йыл. Илһөйәр Мифтаховаға ла Баҙытамаҡ менән Әтәс ауылдары араһындағы юлдың һәр метры тиерлек яҡшы таныш. Ул Әтәс ауылы халҡын хеҙмәтләндерә. Ташкисеү почтальоны Регина Тимерханова күптән түгел генә эшләй башлаған. Аҙнаһына өс тапҡыр йәйәүләп байтаҡ араны үтергә тура килһә лә, тәүәккәлләгән.
"Уҡытыусыларҙың барыһы ла яҙыла", — тип изге һөнәр эйәләренең дәрәжәһен тағы ла күтәреп ебәрҙеләр. Пенсионерҙар араһында ла матбуғаттан айырылмаусылар байтаҡ, тинеләр.
Әйткәндәй, Илеш районы "Башҡортостан" гәзитен алдырыусылар һаны буйынса республиканың күп төбәктәренә өлгө булып тора. Уларға ҙур рәхмәтлебеҙ. Бында Баҙытамаҡ почта бүлексәһенә ҡараған ауылдарҙы хеҙмәтләндергән почтальондарҙың да, әлбиттә, өлөшө тос.