“Кроношпан” хәүеф тыуҙырмай10.09.2013
7 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре өсөн үткәрелгән брифингта бихисап көнүҙәк мәсьәләне күтәрҙе. Шуларҙың береһе Өфө ҡалаһының Шакша биҫтәһендә төҙөлә башлаған “Кроношпан” заводына ҡағылышлы ине.
— Киләһе аҙнала был мәсьәлә йәмәғәт тыңлауҙарына ҡуйыласаҡ. Мин иһә ошо йәһәттән күптәнге фекеремдә ҡалам, – тине Рөстәм Зәки улы. — Республика етәксеһе булараҡ, бер ваҡытта ла экологик яҡтан хәүефле, бысраҡ производство төҙөлөүенә юл ҡуймаҫ инем. Был — минең ныҡлы ҡарарым, һәм ул Башҡортостандың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министры булып эшләгән йылдарымда нығынды. Әлеге позициянан тайпылмайым. Быныһы — бер. Икенсенән, Өфөнөң төньяғында килеп тыуған хәл бында эшләгән төрлө ҙур компаниялар араһындағы көнәркәшлеккә бәйле. Һыуҙы болғатыусылар республиканан ситтә йәшәгәне билдәле. Был ҡотҡо, әлбиттә, егерме йыл элек фенол менән ағыуланған Өфө халҡын тыныс ҡалдыра алмай.
Президент билдәләүенсә, “Кроношпан” тирәләй уйҙырмалар бихисап. Уның экологик яҡтан хәүефле булыуы ла — артыҡ ҡуйыртылған хәбәр. “Кроношпан” — ағас эшкәртеүсе ябай предприятие. Унда юнысҡынан плитә етештерәсәктәр. Ошоға оҡшаш предприятиелар әлеге ваҡытта баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә һәм Өфө шоссеһында эшләй. Күләме буйынса “Кроношпан”дан байтаҡҡа ҡайтышыраҡ булһа ла, улар һауаға зарарлы матдәләрҙе күберәк ташлай. “Башҡортостандың бер төбәгендә лә йәмәғәт тыңлауҙары, экологик экспертиза үткәрмәйенсә, сәнәғәт предприятиеһы төҙөүгә ризалыҡ бирелмәйәсәк”, – тине Рөстәм Хәмитов.
Ниңә төҙөлөш өсөн тап Шакша биҫтәһе һайланған? Тәү сиратта был биҫтәлә халыҡтың мәшғүллегенә ҡағыла. Микрорайон эргәһендә эш урындары булдырыу — көнүҙәк мәсьәлә. Икенсенән, һәр сәнәғәт предприятиеһы өсөн махсус шарттар булырға тейеш: автомобиль, тимер юлдары, газ, һыу, электр селтәре… “Предприятие өсөн Сибай, Белорет, Учалы, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы, Салауат районының Мөрсәлим ауылындағы майҙансыҡтар тәҡдим ителгәйне, тик, үҫешкән инфраструктураһына ҡарап, Өфөнө һайланылар. Предприятиенан ике километр алыҫлыҡтағы Дорогин ауылында һәм Шакша биҫтәһендә йәшәүселәрҙе тынысландырып, шуны әйтке килә: төҙөлә башлаған производство экологик яҡтан таҙа һәм хәүефһеҙ булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе республика етәксеһе.