Ғариза яҙырға мөмкин10.09.2013
1 октябргә тиклем федераль льготаларҙы файҙаланыусылар социаль хеҙмәттәр йыйылмаһынан йәки уның айырым өлөштәренән баш тарта ала. Шулай уҡ ғариза яҙып, льготаларҙы кире ҡайтарырға мөмкин.
Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса ғаризаны йыл һайын яҙыу мотлаҡ түгел. Әгәр ҙә быға тиклем ҡабул иткән ҡарарығыҙ үҙгәрә икән – Пенсия фондына рәхим итегеҙ.
Әлеге ваҡытта айлыҡ социаль пакеттың хаҡы – 839,65 һум, шул иҫәптән уның 646,71 һумы – кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү; 100,05 һумы – шифахана-курорттарҙа дауаланыуға путевка алыу; 92,89 һумы ҡала яны тимер юл транспортында бушлай йөрөү, шулай уҡ ҡала-ара транспортта дауаланыу урынына түләүһеҙ барып ҡайтыу өсөн тәғәйенләнгән.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда федераль льготаларҙан файҙаланыусы 367 мең кеше йәшәй. Уларҙың 318 меңе ташламаларҙы аҡсалата алыуҙы хуп күргән.