Күренекле дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, журналист, тарих фәндәре кандидаты, Мәжит Ғафури, Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, шаҡтай орден-миҙалдар кавалеры, яҙыусы Таһир Ахунйәнов (Таһиров) бай һәм иҫтәлекле ғүмер көҙөн – 90 йәшен ҡаршылай.
Был данлыҡлы шәхес тураһында яҙыуы ҡатмарлы ла, үтә яуаплы ла. Шул уҡ ваҡытта ижад маяғы, матбуғат ветераны, уның сағыу йондоҙо булған райондашым хаҡында бәйән итеү иҫ киткес ғорурлыҡ та...
Кешене белер өсөн бер бот тоҙ ашау ғына етмәйҙер, моғайын. Хәйер, был үҙенсәлекле шәхес менән 35 йыл дауамында осрашып, күпме фәһем, файҙалы кәңәш алырға, һөҙөмтәлә уның тураһында күп тапҡыр матбуғатта ла, китаптарымда ла яҙырға тура килде.
Тау менән тау осрашмаһа ла...Университетты тамамлар алдынан партия Өлкә комитеты секретарының кабинетында уның менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә тура килер тип һис тә уйламағайным. Бындай ябайлыҡҡа, ихтирамлыҡҡа, кеселеклелеккә хайран ҡалдым. Ул ижадым, киләсәктә ҡайҙа эшкә урынлашырға теләүем менән ҡыҙыҡһынды, республика гәзитендә практика үткән студентҡа эш мәсьәләһе буйынса үҙенең тәҡдимдәрен дә әйтте. Әлеге лә баяғы, күңел шул тыуған яҡҡа тартылды. Оло тормош мәктәбе үткән шәхестең фәһемле кәңәшен бик тә тыңларға кәрәк булған. Форсаттан файҙалана белмәнем, быны һуңлап ҡына аңланым. Яҡташыңа ҡарата булған хушкүңеллелегең, изгелегең өсөн ғүмер буйы рәхмәтлемен һиңә, Таһир ағай!
Була бит шундай кешеләр. Өлкәндәр әйтмешләй, Аллаһы Тәғәлә берәүгә «мә» тигән дә тотторған: буй-һынын да, йыр-моңға, рәсем төшөрөүгә, яҙышыу-һыҙышыуға ла һәләтте ҡыҙғанмаған. Таһир ҙа ошо күркәм сифаттарҙан мәхрүм түгел. Мәктәпкә төшкәнсе үк һүрәт төшөрә башлай. Ә уҡырға ингәс, уның был ынтылышын күреп, уҡытыусы төҫлө ҡәләмдәр, альбом бүләк итә. Еңел һыҙыҡтар, шаярып ҡына тиерлек һалынған буяуҙар тере кеүек тойола уға. Ул, әлбиттә, танылған рәссам булманы, яҙмыш уны “туҡмай-туҡмай” башҡа юлдан алып китте. Шулай ҙа уның йөҙҙәрсә портретын, дуҫтарса шарждарын бөгөн дә ҡайһы берәүҙәр онотолмаҫ иҫтәлек итеп, ҡәҙерләп һаҡлай.
Шулай уҡ уның беренсе шиғырҙар, мәҡәләләр яҙыуы ла мәктәп йылдарына тура килә. Улар Миәкә районының «Баҫыу ударнигы», республиканың «Йәш коммунар», «Йәш төҙөүсе» гәзиттәрендә донъя күрә. Мәктәптең стена гәзите мөхәррире Рахман Фәритов менән дәрестән ҡалып, бөтә булмыштарын егеп, күңел йылыһын биреп эшләй торған булғандар, ярыша-ярыша төрлө гәзит редакцияларына мәҡәлә яҙалар. Күрәһең, балалыҡ дәрте, яратҡан шөғөл мәктәптә яҡшы уҡырға ҡамасауламай. Нимә тиһәң дә, уҡып йөрөгән Мәнәүезтамаҡ менән Мусин ауылының араһы – 15 саҡрым. Был араны ул күп ваҡыт бер үҙе йырлап үткән, Бикә апаһы менән бергә Ҡасим ауылына һуғылып, тәгәрәткән бәрәңге лә ашап сыҡҡылағандар. Ә бит уйлап ҡараһаң, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағансы йәйәүләп күпме ҡарлы-боҙло юл үтелгән, белем ҡаяларына үрмәләйем тип нисә пар сабата, күпме киндер ыштан туҙҙырылған, ә күпме алабута, балтырған ашалған! Эйе, быларҙы Таһир ғына түгел, уның һабаҡташтары Ҡәҙисә Зиннәтуллина, Әнүәр Сираев һәм белемгә ынтылыусы башҡалар ҙа татыны...
Сабаталы йәшлек йылдары Таһирҙы һуңыраҡ Бәләбәй юлдары менән тоташтырҙы. Уҡытыусы булыу теләге уны педагогия училищеһына алып килә. Зирәк егет үҙен уҡыуға, ижади эшкә һәләтле, әүҙем булыуын күрһәтә. Матур хыялдар менән йәшәй. Тик бына тантаналы сығарылыш кисәһенең икенсе көнөндә һуғыш башланыу хаҡында үҙәк өҙгөс хәбәр килеп төшә. Егеттәр йыйылышып, военкоматҡа фронтҡа ебәреү тураһында һорап инә.
Йәш-елкенсәк һуғыш ҡырҙарына нисек кенә ашҡынһа ла, уға 1941 йылдың декабрендә генә фронт һуҡмаҡтарынан атларға, дошман менән күҙгә-күҙ ҡарашып, уны дөмбәҫләргә тура килә. Унда ла һүрәт төшөрөүен, төрлө мәҡәләләр яҙыуын туҡтатмай.
Таһир Ахунйәнов Еңеү көнөн 16 майҙа Чехословакияла танкка ҡаршы артдивизиондың ут взводы командиры сифатында ҡаршылай. Шуныһы аяныслы: уның атаһы Исмәғил генә Еңеү таңын күрә алмай, 1945 йылдың 26 апрелендә һәләк була. 40 йортло Муса ауылынан 29 кеше яу ҡырында мәңгегә башын һала.
Йөрөтә кешене яҙмыштарФронттан ҡайтҡас, Таһир Исмәғил улы Уҫаҡкисеү ауылында уҡытыусы, ВЛКСМ-дың Бишбүләк район комитеты секретары була. Өлкә партия мәктәбен тамамлағас, партияның Өлкә комитетында лектор, матбуғат секторы мөдире, пропаганда бүлеге мөдире урынбаҫары, фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире вазифаларында эшләй. Ул КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһында уҡый, тарих фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай.
Һуңыраҡ 500 биттән торған монография яҙа. Докторлыҡ диссертацияһын яҡлау өсөн Мәскәүгә ике тапҡыр саҡырыу ҡағыҙы килә, тик эштән һорап китеү мөмкинлеге булмай...
Таһир ағайҙың тормошонда «Кызыл таң» гәзите лә яҡты эҙҙәр ҡалдырҙы. Ни тиһәң дә, ул бөтә энергияһын, күңелен биреп, ижад ялҡынын ҡабыҙып, дәртләнеп 1964 йылдан 1967 йылға ҡәҙәр баш мөхәррир булып эшләне. Ул ваҡытта Ғата Алмаев, Үзбәк Ғимаҙиев уның урынбаҫарҙары була. Яңы мөхәррир эште яңыса ойоштороп, ике аҙна ваҡыт үткәс кенә гәзиткә ҡул ҡуя башлай. Редакцияға урынлашҡас та, ул кабинеттарҙағы ишектәргә беркетелгән табличкаларға бүлектәрҙең исемен түгел, ә журналистарҙың исем-фамилияларын яҙҙырта.
Таһир Ахунйәнов баш мөхәррир булып эшләгән өс йылда баҫманың тиражы 18 меңдән 100 мең данаға етә. Бында, әлбиттә, коллективта Әнғәм Атнабаев, Әғләм Зараев, Хәбиб Мамлиев, Наилә Мәүлитова, Мазһар Ғимаҙиев, Әхмәт Насиров, Әхмәт Ғайсин, Муса Сиражи, Рәсих Ханнанов кеүек тырыш, һәләтле кешеләрҙең эшләүе лә ҙур роль уйнай.
Һуңыраҡ Таһир Исмәғил улы Башҡортостан Өлкә комитетына эшкә күсерелә, 20 йыл уның секретары була. Был вазифаға күсеүе тураһында уның менән бергә егелеп эшләгән талантлы шағир, журналист (һуңыраҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры) Әнғәм Атнабаев дуҫын һағынып былай тип яҙып сыҡты:
Рәхимһеҙҙәр!
Мең дуҫтарға торор
Һин дуҫымдан мәхрүм иттеләр:
Ҡара тышлы «Волга»ларға һалып,
«Йәшел йорт»ҡа алып киттеләр...
Ижад офоҡтары киңәйгәндәСәнғәткә, матбуғатҡа, ижадҡа яҡын кешенең республикала баш идеолог булып эшләүе тәбиғи күренеш тип иҫәпләргә лә ярайҙыр. Әйткәндәй, Таһир Исмәғил улы Ахунйәнов башлыса сәнғәт, фән, мәғариф, матбуғат өлкәләренә етәкселек итә. Уның уҡытыусы булыуы, рәсем төшөрөү менән мауығыуы, тальянда өҙҙөрөп уйнауы бер кемгә лә сер түгел. Уның «Тальяным мине үлемдән ҡотҡарҙы, миңә тейәһе пуля гармунымды ҡаты йәрәхәтләне. Ғүмерем буйына уға рәхмәтлемен» тигән һүҙҙәрен күптәргә ишетергә тура килгәндер, моғайын.
Өлкә комитет секретары шуғалыр ҙа эш кабинетында ла тальян тотҡан. Сит ил журналистарының мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған провокацион һорауҙарына аныҡ яуап итеп тальянда һыҙҙырып ебәрә. Американдарҙың күҙҙәре шарҙай була, һәм ул: «Был – аргумент, исмаһам», – ти.
Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына арналған «Тальян гармун» республика байрамы — үҙе бер онотолмаҫлыҡ ваҡиға. Тантанаға әҙерлек осоронда «Дружба» берекмәһендә тальян етештереү буйынса хатта цех асыла. Ауылдарҙа иң яҡшы гармунсылар һайлап алына. Өфө ҡалаһы иһә сәхнә майҙанына әүерелә. Урамдарға меңгә яҡын гармунсы сыға. Кешеләрҙең йөҙҙәрендә шатлыҡ нуры балҡый. "Нефтсе" мәҙәниәт һарайы алдында күренекле режиссер Фәтих Ихсанов сәхнәләштергән был байрамда башҡорт-татар моңо тынмай.
Бер ваҡыт Таһир Ахунйәнов «Советская культура» гәзите редакцияһына «Тальянка – любовь моя» исемле мәҡәлә ебәрә. Суслов уны уҡып: «Өлкә секретары сәйәсәт тураһында яҙмай. Был яҡшы күренеш», – тип билдәләгән әлеге материалды. Ә «илебеҙҙең беренсе баянсыһы», СССР-ҙың халыҡ артисы Юрий Казаков иһә әлеге мәҡәләне инструмент барлыҡҡа килгән илгә – Италияға ебәрә.
Ахунйәнов осоронда беҙҙең мәҙәниәт, әҙәбиәт айырыуса матур уңыштарға өлгәште. 70-се йылдар уртаһында Өфөлә Совет әҙәбиәте көндәре үтте. Бында Мәскәүҙән, Ленинградтан, туғандаш республикаларҙан күренекле шағирҙар, яҙыусылар килде.
Өфөлә 50-се йылдарҙа уҡ дүрт республика гәзите, биш тармаҡ, 22 сәнәғәт, алты юғары уҡыу йорто гәзиттәре сыға.
Һәр шишмәнең башы булғандай, ижад шишмәһенең дә башы, үҙ ағышы бар. Таһир ағай йәштән үк шиғриәткә, йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә, тальянда уйнарға ярата. Нескә, шиғри күңелле булыуы, тормошто тәрән белеүе ижад шишмәһенең ағышына ыңғай йоғонто яһай, уҡыусылар күңелен яуларлыҡ әҫәрҙәр ижад итергә илһамландыра.
Әйткәндәй, йәш сағында театр менән «сирләгән» егет Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу»ын ятлап, уны сәхнәгә ҡуйған данлыҡлы үҙешмәкәр була һәм сәхнәнән тиерлек үҙе теләп тальяны менән фронтҡа китә. Бына хәҙер үҙе ижад иткән «Ғәлиә»не генә алайыҡ. Был әҫәр Таһир Таһировтың ижад күгендә иң яҡты йондоҙҙарҙың береһелер, моғайын. Республиканы шаулатҡан «Ғәлиә» спектакле тиҫтә йылдан ашыу сәхнәнән төшмәй. Бында, әлбиттә, әҫәрҙе сәхнәләштереүсе, ул ваҡытта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы, профессор Рифҡәт Исрафиловтың да роле ҙур. Әлеге спектакль Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Ташкент сәхнәләрендә лә уңышлы барҙы. Шулай уҡ әҙиптең «Буранлы көндәр», «Зигуна», «Лейтенанттар» повестары ла үҙ уҡыусыһын тапты. Яҙыусы үҙен роман жанрында ла һынап ҡараны. Һөҙөмтәлә ул «Аҡ йортта янъял» әҫәрен ижад итте. Романдан өҙөктәр Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан матбуғатында донъя күрҙе.
Таһир Таһиров һуңыраҡ шулай уҡ «Имтихан», «Әруахтар күктә йәшәй», «Комиссия», "Сәғәт"тә осрашырбыҙ" исемле повестар, «Билдәреңә ебәк таҫма» исемле моңһоу драма ижад итте. Быларҙан тыш, «Төш», «Портрет» һәм башҡа хикәйәләре, «Әсәй көтә», «Алма еҫе», «Йырла, тальян!» исемле новеллалары ла төрлө гәзит-журналда баҫылып сыға.
Таһир ағай менән автографлы китаптар алышып йәшәнек. Шулай, зауыҡ менән эшләнгән «Ерҙәге йондоҙҙар» китабының беренсе данаһын арҙаҡлы яҡташыма бүләк иткәс: «Быныһын көтмәгәйнем. Булдырғанһың, ҡустым, маладис!» – тигәйне.
Таһир Таһиров — талантлы журналист, публицист булараҡ та билдәле шәхес. Уның Зыя Нуриев, Әхмәт Әминев, Зәкәриә Аҡназаров, Фәриҙә Ҡудашева, Сәйфи Ҡудаш, Ғималетдин Минһажев, Хөсәйен Ҡудашев, Ғилемдар Рамазанов, Хәбиб Миңлеғолов, Яков Ухсай кеүек шәхестәр тураһында яҙған очерктары, иҫтәлектәре төрлө баҫмаларҙа донъя күрҙе. Ул эшләне лә эшләне, донъя ҡыуманы, хатта дачаһы ла, шәхси йорто ла, еңел машинаһы ла булманы.
Миңә, райондашы, журналист булараҡ, Таһир Ахунйәновтың бер нисә юбилей кисәһендә ҡатнашырға, ана шунда сәхнә йондоҙҙары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаровтың Ғәлиә менән Заһир йырын өҙҙөрөп йырлағанын ишетергә тура килде.
Бик үкенесле, һуңғы йылдарҙа күренекле яҡташымдың сәләмәтлеге ҡаҡшап китте: күҙҙәре күрмәҫ, аяҡтары тыңламаҫ булды, йөрәк һулышы ла икенселәнде. Ә бына Таһир ағайҙы ҡурсалаған тормош иптәше Зинаида Ивановнаға, балаларына ҙур рәхмәт. Әлбиттә, ул тыуған Бишбүләк яҡтарын һағынып йәшәй. Фәһемле кәңәштәрен биреп, райондаштарына сәләмдәрен ебәреп тора. Бер һөйләшеүебеҙҙә Таһир ағай былай тигәйне: «Әнүәр ҡустым, ниндәй генә хәлдә лә кеше булып ҡал, һине күрә алмағандарҙан да, донъя ваҡлыҡтарынан да һәр саҡ өҫтөн бул!"
Эйе, бик тә тәрән мәғәнәле һүҙҙәр. Ә һеҙ, Таһир ағай, яҙмыштарға үс итеп, донъяны матурлап йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әле.