Шәбағышта — ҡыуаныс10.09.2013
Районыбыҙҙың Шәбағыш ауылы 85 йыллығын билдәләне, юбилей уңайынан "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтте. Сара ауылда тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхестәрҙе, ҡунаҡтарҙы бер ҡорға йыйҙы.
Байрам мәсет бинаһында башланып китте. Унда имам-хатип Әхәт хәҙрәт, район үҙәгендә үткән сүрәләр конкурсында гран-при яулаған Әмир Юлдашев һәм ауылдың иң оло кешеһе Рәшит Ишморатов сығыш яһаны.
Артабан Рафиҡ Әминев ҡунаҡтарға А.С. Пушкин исемендәге музей буйлап экскурсия үткәрҙе. Мәҙәниәт усағында Шәбағыш ауыл Советы хакимиәте башлығы Альбина Ишморатова, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Александр Нестрогаев, Көйөргәҙе нефть промыслаһы ҡорамалдары заводының генераль директоры Юлай Ишмөхәмәтов, ауыл Советы депутаты Рәмил Ибраһимов күркәм байрам менән тәбрикләне.
Байрамда ауыл халҡын төрлө номинациялар буйынса бүләкләү булды: "85 йәшлек юбилейын билдәләүселәр” — Фәүзиә Әминева менән Нәжиә Мәһәҙиева; "Оҙаҡ бергә ғүмер иткән парҙар" — Миңнинур менән Рәфҡәт Бәшировтар, Әминә һәм Әхәт Ишмөхәмәтовтар, Мәрйәм һәм Һибәт Булгаковтар, Миңзада һәм Ришат Тажетдиновтар, Зөлфирә һәм Әбдрәхим Абдрахмановтар, Зәмдиә һәм Нәзәп Әминевтәр, Ҡәфиә һәм Тәлғәт Әхтәмовтар; "Ауылдың иң оло кешеһе" — Рәшит Ишморатов; "Ауылдың хеҙмәт ветераны" — Вазифа Әминева һәм Рәзиә Юлдашева; "Иң йәш кеше" — Камилла Хисмәтуллина, Милан Әкбәров; "Күп балалы йәш ғаилә" — Юлиә һәм Альберт Бәшировтар, Филүзә һәм Илдар Әхтәмовтар, Зөлфирә һәм Рафиҡ Сиражетдиновтар, Лилиә һәм Азат Юлдашевтар, Мәҙинә һәм Рамаҙан Мөхәмәҙиевтәр, Резеда һәм Марат Әхиәровтар, Рәмзилә һәм Ринат Ишмөхәмәтовтар, Илмира һәм Альберт Аҙнабаевтар; "Йәш ғаилә" — Гөлфиә менән Айнур Кантюковтар; "10 августа донъяға килгән сабыйҙар" — Айгөл Хәлилова, Мәҙинә Мөхәмәҙиева.
"Бөхтә йорт" номинацияһында — 29, "Бай сәскәле йорт" булараҡ 10 йорт билдәләнде, "Әкиәт донъяһында" исеменә Рәүил Хөсәйенов менән Рим Сирбаевтың йорттары лайыҡ булды. Шиғыр, йыр-бейеү менән сығыш яһау, мул табында сәй эсеү байрам күркенә әүерелде.
"Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы кискә тиклем барҙы. Балалар сәмле спорт бәйгеләрендә ҡатнашты, йылдар буйы бер-береһе менән күрешмәгән ҡорҙаштар, һабаҡташтар бала саҡ хәтирәләренә бирелде, ауылдың киләсәге хаҡында фекер алышты.