Һағынып киләләр10.09.2013
«Шишмәкәй» сәләмәтләндереү лагеры йыраҡтан уҡ үҙенә саҡырып тора. Ул хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Утыҙ ете йыл эсендә лагерь бер нисә мең уҡыусыны һауыҡтырғандыр.

Уға тәжрибәле педагог, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән етәксе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Лүзиә Хафизова етәкселек итә. Йылдар дауамында бында шаҡтай ғына үҙгәреш булған. Лагерҙа йәшәү, ял итеү өсөн өс корпус, медпункт, 100 урынға иҫәпләнгән ашхана, спорт майҙансығы, бик матур итеп эшләнгән йәйге сәхнә, ике яһалма бассейн бар. Эргәлә генә һалҡын шишмә селтерәп ағып ята. Уның шифалы һыуын эсһәң, йөрәккә ял була, тиҙәр.
Бында йыл һайын капиталь ремонт үткәрелә. Быйыл иһә корпустарҙы төҙөкләндереү маҡсатында 88 мең һумлыҡ эш башҡарылған. Быларҙан тыш, аш бүлмәһе, спорт йыһаздары, башҡа көнкүреш әйберҙәре һатып алынған. Лагерь биләмәһенең таҙалығы, йәшәү корпустарындағы бөхтәлек, матурлыҡ һәр кемде үҙенә йәлеп итә.
«Шишмәкәй»ҙә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Иҫ киткес хозур тәбиғәт, төрлө спорт уйындары, «Шәм», «ФортБоярд», «Дан минуты», һабантуй, «Күңелле старттар» һәм башҡа саралар балаларҙың күңелендә уйылып ҡала. Өлкән пионервожатый Эльвира Нуриманова лагерҙың көндәлек тормошо өсөн яуаплы. Ул бында бала саҡтан уҡ эшләй тиһәң дә була. Балаларҙың ялы махсус программа буйынса алып барыла. Төшкә ҡәҙәр – отряд эштәре, төштән һуң – спорт, мәҙәни саралар. Спорт буйынса инструктор Нурфат Тимеров үҙ эшен ихлас башҡара. Эдуард Высоцкий иһә күркәм сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәй. Шуныһы ла ҡыуаныслы: тәртипте, балаларҙың именлеген һаҡлауҙа Йәрмәкәй, Бәләбәй райондарының полиция хеҙмәткәрҙәре күп тырышлыҡ һала.
«Шишмәкәй»ҙә ял итеү менән бер рәттән балаларҙы көнөнә алты тапҡыр туҡландырыу ҡаралған. Өҫтәлдә беренсе, икенсе аштарҙан башҡа йәшелсә, еләк-емеш, һут, кефир була.
Лагерҙа үткән һәр көн үҫмерҙәр күңелендә матур хәтирә булып ҡала. Хушлашыу минуттары иһә һәммәһенә лә һағышлы, моңһоу хистәр өҫтәне.


Вернуться назад