Улар бер ауылда тыуып үҫкән, белем алған, унан бергәләп хеҙмәт юлын башлаған. Әле Айбулат Әхмәтбаҡый улы — Ишбулды мәктәбе директоры, Вәсилә Ибраһим ҡыҙы тарихтан уҡыта.
Бер-береһенә ярҙам итеп, кәңәшләшеп эшләй Хәйбуллиндар. Бөгөн мәғариф өлкәһендә етәксе булыу еңел түгел — ауылдаштарыңдың мәнфәғәтен яҡлап, ышанысын аҡлау өсөн көнө-төнө тырышып эшләү мөһим. Яҡшы һөҙөмтә өсөн иң тәүҙә күңелеңдең бөтөн, тылыңдың ныҡлы булыуы шарт. Был йәһәттән Айбулат Әхмәтбаҡый улы бәхетле: ҡатыны, улы Рөстәм, ҡыҙы Азалия — уға терәк, таяныс, кәңәшсе.
Хәйбуллиндар ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Баҡсаларында ниндәй генә сәскә үҫмәй уларҙың! Матурлыҡҡа ғашиҡ ата-әсә балаларында ла ошо сифатты тәрбиәләргә тырыша. Тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡһындармы, бесән әҙерләһендәрме, ҡалаға циркка, театрға йөрөһөндәрме — һәр саҡ бергә улар. Шуға күрә бәхеттәре лә мөлдөрәмә тулы.