Гагарин "Салауат тоҡомдары" тиер булған10.09.2013
Атайымдың һуғышҡа китеп, яраланып ҡайтыуына ярты быуаттан ашыу ғүмер үткән. Яу йылдары, аслыҡ булыуға ҡарамаҫтан, әсәйем дүрт балаһын да матур тәрбиә биреп, уҡытып кеше итте. Тик был яҡты донъяла иң ҡәҙерле кешеләрем — атайым да, әсәйем дә, Ира апайым да (медицина хеҙмәткәре булып эшләне), Сәләх ҡустым да (журналист), ирем Айҙар Буранғолов та (журналист) — күптән йәшәмәй инде. Юҡһынабыҙ, һағынабыҙ.

Атайымдың һуғыштың башынан аҙағынаса фронтта булып, ҡаты яраланып ҡайтып, тормоштоң бер рәхәтен дә күрмәйенсә, 55 йәшендә генә вафат булыуы йөрәктәрҙе әрнетә. Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай, шундағы йорт стенаһында исемен яҙып ҡалдыра. Үҙе йәш сағында үткән яу юлдарын күреп ҡайтырға хыялланды, тик ғүмере етмәне. Иртә китте шул беҙҙең аранан.
Ҡустым Сәләх Ғәббәсов "Йүрүҙән" гәзите редакцияһының бүлек мөдире, төньяҡ-көнсығыш төбәк журналистары ойошмаһының яуаплы секретары йөгөн тартты. Байконурҙа техник оператор булып хеҙмәт итте. Космонавтарҙы Йыһанға осорға әҙерләп, ҡаршы алыу — һәммәһе лә Сәләх Ғәббәсов ҡатнашлығында бойомға ашырылды. Байконур яугирҙәре Сәләх Ғәббәсов менән Франс Вахитовтың вафаттарына ла өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үтте инде.
Йылдар алыҫлашҡан һайын Салауат егеттәре Ҡаҙағстандағы яҡты хәтирәләрен онотманы. Хатта Юрий Гагарин үҙе Салауат районы егеттәрен ихлас яратты, хөрмәт итте. "Салауат тоҡомдары" тиер булған Юрий Алексеевич. Ғөмүмән, башҡорт егеттәре менән төрлө спорт ярыштарында ҡайнап йәшәгән тәүге космонавт.


Вернуться назад