Матур йоланы һаҡлайыҡ10.09.2013
Халыҡта хат яҙышыу борондан йәшәп килә. Аралашыу өсөн телефон, Интернет булһа ла, хат яҙырға күнеккән олораҡ быуын кешеһе был матур йоланы ташламай. Осрашып күрешеү үҙе бер ғүмер ҙә бит, тик йыраҡ араларҙы гел генә үтеп булмай, шуға ла берҙән-бер сара — хат яҙышып, араларҙы яҡынайтыу. Ғөмүмән, «Башҡортостан» гәзите редакцияһы менән уның уҡыусылары араһында һәр ваҡыт йылы мөнәсәбәт йәшәп килә. Ул хәҙер һәр ғаилә өсөн яҡын туғанға әйләнде. Күп кенә уҡыусыбыҙ ҙа беҙгә әлеге туғанлыҡ хистәрен тойоп хаттар яҙа. Унда үҙҙәренең хәлдәре хаҡында һөйләй, проблемалары менән уртаҡлаша һәм, әлбиттә, «Башҡортостан» гәзите хаҡында фекерҙәрен еткерә.

Мәҫәлән, Әбйәлил районының Таштимер ауылынан Бәҙретдин Латипов: «Башҡортостан» гәзитенә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Бик йөкмәткеле баҫма. Фәһемле мәҡәләләрегеҙ, көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртыуығыҙ өсөн рәхмәт! Артабанғы эшегеҙҙә уңыштар теләйем», — тип хәбәр итә. «Башҡортостан”ды бик күп йылдар алдырып, уҡып барам. Гәзит биттәрендә сыҡҡан һәр хикәйә, мәҡәлә, яңылыҡтар оҡшай. Уның килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алам», — тип яҙа Белорет районының Йөйәк ауылынан Ғәлесамат Иҡсанов. Ә был хатты Учалы яҡтарынан Радик Шәмиғолов яҙып ебәргән. Уҡыусыбыҙ гәзиттәге ыңғай үҙгәрештәр өсөн ҡыуана, әммә уны борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. «Мин бик күп йылдар инде «Башҡортостан» гәзитен уҡып барам. Ул бик оҡшай. Шуныһы үкенесле: һуңғы йылдарҙа Учалы районында «Башҡортостан»ды алдырыусылар кәмене. Үҙебеҙҙең бер йылда ла матбуғатһыҙ ҡалғаныбыҙ юҡ — дүрт-биш баҫмаға яҙылып ҡуябыҙ», — тигән ул. Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан Мәүлиҙә Әхмәтова: «Башҡортостан» гәзитен һәр ваҡыт яратып уҡыйым, яҙылмай ҡалғаным юҡ. Киләсәктә лә айырылмаҫҡа насип булһын!» – тигән теләк еткергән. Сираттағы хат та ошо юҫыҡтан сығып яҙылған. «Йәш саҡтан бирле "Башҡортостан" гәзитен ихлас уҡып барам. Йома һаны бигерәк тә шәп сыға», — тип сәләм ебәргән беҙгә Әлшәй районының Ибрай ауылынан Мансур Йәнәкәев.
Гәзит уҡыу — яҡшы ғәҙәт. Көндәлек тормоштоң һулышын тойоп, донъялағы, илдәге, республикалағы хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап йәшәгән алдынғы ҡарашлы кешеләрҙең беҙҙең арала байтаҡ булыуы ҡыуаныслы.
Редакцияға шулай уҡ талантлы шәхестәр, һоҡланғыс кешеләр хаҡында яҙалар. Шундай авторҙарыбыҙҙың береһе — Борай районынан Рәзиф Зыятдинов. Ул Мадис Фәрхетдинов тураһында бәйән итә. «Мин беренсе тапҡыр осратҡанда, ул Өфөлә насар күреүселәр мәктәп-интернатында уҡып йөрөй ине, каникулға Борайға ҡайта, ялын ата-әсәһе янында үткәрә торғайны. Борай егете 28-се мәктәп-интернатта уҡығанда класс старостаһы, комсомол ойошмаһы секретары булған икән. Бер үк ваҡытта музыка, спорт менән дә шөғөлләнгән. Көрәш, шахмат, саңғыла йүгереү буйынса разрядтар алған. Элек Борай районының һуҡырҙар йәмғиәтенә етәкселек иткән Шәмғиә Закирова үҙе урынына йәш егет Мадис Фәрхетдиновты тәҡдим итеп яңылышманы. Уның әүҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ. Беренсе төркөм инвалиды булыуға ҡарамаҫтан, ул шахмат, шашка һәм башҡа спорт бәйгеләрендә ҡатнаша, йәштәргә уйын серҙәрен төшөндөрә. Республика, зона ярыштары призеры ла. Ветерандар хорында ла осратырға мөмкин. Һуңғы йылдарҙа өс офисты яңыртыуға иреште. Мадис Хәмит улы шәхси тормошонда ла өлгөлө. Тормош иптәше Ольга менән ике тиҫтә йылдан ашыу йәшәп, ҡыҙ һәм ейәндәр үҫтерә», — тип хәбәр итә ул.
Хөрмәтле дуҫтар! “Халыҡ тауышы”нда, «Ялыу кенәгәһе»ндә үҙегеҙ йәшәгән төбәк халҡын борсоған һәм күптән хәл ителмәгән мәсьәләләр тураһында мәғлүмәт донъя күрһен тиһәгеҙ, 272-35-11 телефонына йәки гәзитебеҙҙең Интернеттағы электрон адресы ([email protected]) буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Һеҙ күтәргән көнүҙәк мәсьәлә республика, ҡала һәм район етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ.
Һеҙҙән хат-хәбәр, шылтыратыуҙар көтәбеҙ!


Вернуться назад