Кемдәр "Таныш түгел таныштар" телефильмын ҡараған, улар ундағы ҡот ҡойоусы Ил инәһе ролен яҡшы хәтерләйҙер. Хатта билдәле кино сәнғәте белгестәре лә был хаҡта "Илгә ҡот ҡойоусы, милләткә ҡот ҡуйыусы изге роль" тип баһалағайны. Әммә төп ролде башҡарған Дилара Рафиҡованың тормошта ла ҡот ҡойоусы икәнен күптәр белмәйҙер әле.
Им-томдоң да шифаһы ҙурЭлек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Уларҙы дауалау магияһының үҙ белгестәре, шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, арбаусылар, ноҡотсолар, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыусылар, бабалар (сөннәтләүселәр), кендек әбейҙәре тип йөрөткәндәр. Тәжрибәләрен, белемен быуындан быуынға тапшыра килгәндәр.
Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова ла абруйлы нәҫелдән. Олатаһы (әсәһенең атаһы) әүлиә Әнүәр хәҙрәт — данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәттең остазы Ғабдулла ишан Сәидиҙең улы. Дилараның әсәһе Зәйтүнә апай — тирә-яҡта билдәле халыҡ табибы, бигерәк тә кендек әбейе булараҡ киң танылыу алған. Ул әсәһенән ҡот ҡойоу, тәнде һылау, эсте, мейене ултыртыу, өшкөрөү кеүек имләүҙе үҙләштергән. Әйткәндәй, Зәйтүнә апайҙың был шөғөлө биш ҡыҙына күскән: өлкән
ҡыҙы Мәзүнә Өфөлә Тибет медицинаһы буйынса кешеләрҙе ҡабул итә, Хәмдиәне күптәр оҫта массаж яһаусы булараҡ белә, Гөлназ да ярҙам һорап килеүселәрҙе дауалай. Төпсөк һеңлеләре Гөлсирә генә әле бындай эшкә тотонорға баҙнатсылыҡ итмәй. Ваҡыты еткәс, уның ҡулының шифаһын күптәр татыр әле, тип йылмая Дилара апай.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Дилара Мөхөтдин ҡыҙы ҡулланған боронғо сүмес Ғабдулла Сәиди олатаһынан ҡалған.
— Кешегә ҡот ҡойһаң, уның йөҙө нурланып, хәле еңеләйеп китә, — ти Дилара апай. — Уны төрлө ерҙә төрлөсә ҡоялар. Теләге булған һәр кем бындай имләүҙе башҡара ала, тик ул биш намаҙын ҡалдырмаҫҡа, саф, иманлы булырға тейеш, юғиһә ауырыуҙың бөтә гонаһтары үҙенә күсә.
Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәндәй, Дилара ханым менән иркенләп һөйләшеп тә өлгөрмәнек, телефоны шылтыраны. Кемдер килергә рөхсәт һораны. "Хәҙер үҙең барыһын да күрерһең", — тип килеүселәрҙе ҡаршыларға йыйынды ул. Мин берәй баланы килтерәләрҙер тип уйлап та бөтмәнем, ололар тауышы ишетелде. Йәш ҡатынды килтергәндәр, төндә йоҡлай алмай, нимәнәндер ҡурҡҡан, йөрәге урынынан күскәндер, тигән һүҙҙәр ҡолағыма салынды. Төрлөһөн күреп өйрәнгән Дилара Мөхөтдин ҡыҙы ауырыуға күҙ ташлау менән, ваҡытында алып килгәнһегеҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип үҙ шөғөлөнә тотондо.
Ҡот ҡойоуАуырыуҙы, башына аҡ яулыҡ ябындырып, ҡиблаға ҡаратып ултыртаһың. Бисмилләһир-рәхмәнир-рахим, тип сирленең башынан тотоп, "Фәтиха" сүрәһен, "Кәүсәр", "Ҡонот", "Салауат" доғаларын уҡыйһың. Бәләкәй сүмескә ҡурғаш киҫәген һалаһың, өҫтөнә аҙ ғына май тамыҙып, утҡа иретергә ҡуяһың. Артабан төрлө һамаҡ әйтеп, ирегән ҡурғашты ҡурҡҡан кешенең баш өҫтөнән тотоп, һалҡын һыулы сеүәтәгә ҡояһың. Ҡурғаш һыуға шыжлап төшә, кеше нимәнән ҡурҡҡан, шуның һыны ята. Ҡотто йөрәк рәүеше төшкәнсе, өс тапҡыр һалалар. Сир аҙған осраҡта күберәк тә һалаһың. Ҡурғаш йөрәк һыны булып төшкәс, уны алып, ҡот ҡойҙороусының ауыҙына ҡаптыралар, сеүәтәләге һыуҙы ике-өс ҡалаҡ эсерәләр ҙә артабан уның күҙ-башын йыуалар, йөрәк тапҡырына һөртәләр. Төшкән ҡотто, йәғни ҡурғашты, ауырыуҙың үҙенә бирәләр.
Оҫта Ҡумыҙсы ла"Һөнәрлене Хоҙай ҙа яратҡан" тигәндәй, Дилара Мөхөтдин ҡыҙының мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеүенә күптәр ғәжәпләнә лә. Аптырарлыҡ та шул, өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмере тап ошо тармаҡҡа арналған. Әйткәндәй, әсәһе Зәйтүнә апай тирә-яҡта билдәле халыҡ табибы булыуҙан тыш, гармунда, мандолинала һәм ҡумыҙҙа ла уйнаған. Ә уға бындай һәләт атаһынан күскән, тиҙәр.
— Айырыуса ҡумыҙ менән ҡурайҙы бәләкәй саҡтан тыңлап үҫтек, сөнки Әнүәр олатайыбыҙ төрлө музыка ҡоралдарында иҫ китмәле шәп уйнай торғайны, — тип башланы ул һүҙен. — Ул ҡурай тартһа, ҡумыҙ сиртһә, күңелдәр күтәрелеп, уларҙың моңо әллә ҡайҙарға тарала. Аттың ҡылынан ҡылҡумыҙ эшләй ине. Әсәйемдең халыҡ йырҙарын ғәжәйеп моңло башҡарыуы, мөнәжәттәрҙе үҙенсәлекле әйтеүе әле һаман иҫемдә. Олатайым тәрбиәһендә үҫеүем менән үҙемде бәхетле һанайым.
Олатаһы мөғәллим бул тип әйтһә лә, тормош юлдары Дилара Рафиҡованы Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының режиссер һәм клуб эштәрен ойоштороусы бүлегенә алып килә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгес тыуған ауылы Муллаҡайҙа эш башлай. Уның тырышлығы менән төрлө мәҙәни саралар үтә, милли йолалар, байрамдар ойошторола. "Әхирәттәр" фольклор ансамблен төҙөй, дәртле һәм йәш Дилара Мөхөтдин ҡыҙы республика кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. 1988 йылда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең республика смотрында икенсе урынды һәм тамашасы һөйөүен яулай, 1990 йылда "Халыҡ ынйылары" конкурсы лауреаты була. Беренсе республика сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, ул етәкселек иткән "Әхирәттәр" фольклор ансамбле Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары менән бергә Мөхәмәтша Буранғоловтың "Башҡорт туйы" драмаһы буйынса төшөрөлгән кинофильмда ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә.
Дилара Рафиҡова өсөн иң иҫтәлекле ҡумыҙҙарының береһе — ҡасандыр Әнүәр олатаһы Сибай драма театры артисы Ҡәйүм Хөсәйеновтан һатып алып биргән еҙ ҡумыҙ. Олатаһының "Был еҙ ҡумыҙ бер заман кәрәк буласаҡ һәм һине дан-шөһрәткә күмәсәк, уны күҙ ҡараһылай һаҡла. Ҡумыҙ уйнаусының күңеле көр була, йәненә, тәненә көс-ҡеүәт бирә, эске донъяһын дауалай. Ул ҡан баҫымын нормала тота, шуның өсөн дә элек-электән еҙ ҡумыҙҙа уйнағандар” тигән һүҙҙәрен әле лә күңеле түрендә ҡәҙерләп һаҡлай. Әйткәндәй, Дилара Рафиҡова ағас ҡумыҙҙа уйнау серҙәренә билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтан өйрәнеп, әле "Яугел" ҡумыҙсылар ансамбленә етәкселек итә.
1992 йылда Дилара Рафиҡова Сибайҙа яңы асылған ҡала телевидениеһының башҡорт бүлегендә тәүге диктор булып эш башлай. Шул уҡ ваҡытта үҙенә лә тапшырыуҙар әҙерләргә тура килә. Әле сибайҙарҙың ҡасандыр ул алып барған "Мираҫ" тапшырыуын һағынып иҫкә алыуҙары уның хеҙмәтенә оло баһа түгелме һуң?!
Дилара Мөхөтдин ҡыҙы 2005 йылда ҡаланың Халыҡ мәҙәниәт һәм ял үҙәгенә методист булып эшкә урынлаша, ике йылдан "Яугел" ҡумыҙсылар ансамблен ойоштора.
Һүҙ ҙә юҡ, олатаһының әйткәндәре раҫлана. Ул бүләк иткән ҡумыҙ ейәнсәренә дан килтерә. 2007 йылда "Яугел" ансамбле Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡта төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһендә икенсе урынды яулаһа, үҙе иһә яңғыҙ башҡарыусылар араһында беренсе урынды алыуға өлгәшә. Ул шулай уҡ виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев менән бергә ҡумыҙҙа уйнап, концерттарҙа ҡатнаша.
Дилара Мөхөтдин ҡыҙының бейеүсе икәнен дә билдәләү кәрәктер. 2010 йылда "Байыҡ" телевизион конкурсының дипломына лайыҡ була. Әле ул етәкселек иткән "Яугел" ҡумыҙсылар ансамбленең сығышы — ҡалала барлыҡ сығыштарҙың матур биҙәге.
Ҡулдарының шифаһы менән ҡот биреүсе Дилара Мөхөтдин ҡыҙына бик күптәр рәхмәтле. Биш намаҙын ҡалдырмай, әүлиәләр затын ҡоротмай йәшәгән, дәртле, иманлы, рухлы булып ҡалыуы менән күптәргә өлгө күрһәткән, Йәмилә исемле ҡыҙын тәрбиәләгән был һоҡланғыс ханым халҡына тоғро хеҙмәт итә.