Шулай берсә лаборант, берсә уҡытыусы сифатында сирҡаныс алыуына ике йыл тулыуы була – Ирек Аҡмановҡа МДУ-лағы тыуған йорт кеүек ҡәҙерле тарих факультетына яңынан әйләнеп ҡайтырға форсат сыға.
Бында Аҡмановтың икенсе тапҡыр килеүе аспирантура менән бәйле. КПСС тарихы кафедраһында лаборант һәм ассистент сифатында файҙаланыу йәш белгесте төрлө яҡтан һынау өсөн кәрәк булған, күрәһең. Шунда һынатмағас, Мәскәүҙә лә һынатмаҫ был егет, тигәндәрҙер, моғайын. Юғары квалификациялы ғилми кадрҙарҙы, усҡа һығып, бармаҡ араһынан ғына сығарғандай итеп, бөртөкләп кенә әҙерләү йолаһы хөкөм һөргәндә, БДУ етәкселегенең уға МДУ-ның тарих факультетындағы аспирантураға йүнәлтмә биреүен шулай ғына аңлатырға мөмкиндер.
1945 йылдың февралендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты “Башҡортостан партия ойошмаһында агитация-пропаганда эшенең торошо һәм уны яҡшыртыу саралары” тигән ҡарар ҡабул итә. Унда тарихсыларыбыҙ һәм ҡайһы бер әҙиптәребеҙ үткәнде дөрөҫ сағылдырмауҙа, феодаль хандарҙы идеаллаштырыуҙа ғәйепләнә. Сүп өҫтөнә – сүмәлә, тигән кеүек, ВКП(б)-ның XIX съезында (1952) Азербайжан компартияһының беренсе секретары Багиров, Сталинға ярамһаҡланып, Төньяҡ Кавказ халыҡтарының Шамил етәкселегендәге хәрәкәтенең милли-азатлыҡ көрәше тип баһаланыуы – сәйәси хата, тип сығыш яһай. Былай ҙа, “һайт!” тигәнгә “тайт!” тип әйтергә әҙер торған тарихсылар шул “ура патриоттың” патетик сығышын башҡорт ихтилалдарын яңынан баһалауға сигнал кеүек ҡабул итә. Башҡортостан тарихы буйынса СССР Фәндәр академияһының Тарих институты эмиссары Н.В. Устюгов етәкселегендәге авторҙар коллективы, был мәсьәлә буйынса байтаҡ белгестәребеҙҙең 30–40-сы йылдарҙағы тәғлимәтте яҡлауына ҡарамаҫтан, башҡорт ихтилалдарын, Салауат Юлаев ҡатнашҡанынан башҡаларын, тулыһынса Рәсәйгә, урыҫ халҡына ҡаршы йүнәлтелгән реакцион хәрәкәт тип баһаланы. Уларҙың был ҡарашы “Очерки по истории Башкирской АССР” тигән коллектив монографияла сағылыш тапты. Был ҡарашты устюговсылар Союз кимәлендә таралған китаптарында ла яҡтырта һәм шуның рәсмиләштерелеүенә өлгәшә.
Тап шундай шарттарҙа КПСС-тың ХХ съезы фәндең, шул иҫәптән тарих фәненең дә, объективлашыуына этәргес бирҙе. Шул форсаттан файҙаланып, И.Ғ. Аҡманов башҡорт болалары тарихы тураһындағы теманы ең һыҙғанып өйрәнергә тотона. Уның ошо тәңгәлдәге күҙәтеүҙәре мәҡәләләрендә сағыла, тора-бара 1704 – 1711 йылғы башҡорт ихтилалы тарихы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы булып ойоша. Унда был хәрәкәттең батша хөкүмәтенең
башҡорттарҙы иҙеүгә ҡоролған сәйәсәтенә ҡаршы, тимәк, Башҡортостанда йәшәүсе ҡәүемдәрҙең барыһының да мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелеүен раҫлай. Ысынлап та, академик Любавский әйтмешләй, Рәсәй халыҡтары араһынан азатлыҡ хаҡына иң күп ҡорбан килтереүсе башҡорттар быуаттар буйы бер туҡтауһыҙ алып барған көрәше арҡаһында, батша властары, шул аҫаба халыҡҡа ғына түгел, крепостной иҙеүҙән, христианлаштырылыу хәүефенән һәм башҡа ҡыҫымдарҙан ҡасып, ата-бабаларыбыҙға килеп һырынған ҡәүемдәргә-әтәмбәйҙәргә лә феодаль иҙеүҙең ауыр ысул һәм формаларын индерә алмай. Асылда, шул арҡала башҡорт менән татар ғына түгел, тотош Рәсәй мосолмандары бөгөн исламға инаныусы булып ҡала. Бөтә йөкмәткеһе менән йәш ғалимдың был хеҙмәте устюговсылар тәғлимәтен инҡар итә. И.Ғ. Аҡмановтың диссертацияһы МДУ-ның тарих буйынса ғилми (хәҙергесә әйткәндә, диссертация) советы ултырышына асыҡ яҡлауға сығарыла. Диссертанттың рәсми һәм рәсми булмаған оппоненттарының сығыштары, тотош дискуссия формаһын алып, үҙе үк тарихи ваҡиғаға әүерелә. Һөҙөмтәлә исемдәре донъяға мәғлүм корифейҙарҙан торған ғилми совет ултырышы башҡорт егетенең диссертацияһына юғары баһа бирә. Был иһә устюговсылар тәғлимәте илебеҙҙең иң күренекле тарих үҙәге тарафынан, тимәк, рәсми рәүештә инҡар ителеүен аңлата.
Йәш ғалим ил тарихы әһәмиәтендәге тәүге уңышы менән генә сикләнеп ҡалмай. Кандидатлыҡ диссертацияһында үткәргән һәм Үҙәктә хуплау тапҡан тәғлимәтен шул уҡ советта уңышлы яҡлаған докторлыҡ диссертацияһында, “Башкирские восстания 1735 – 1736 гг.” (1977), “Башкирские восстания ХVII – первой трети ХVIII вв.” (1978), “Социально-экономическое развитие Башкирии во второй половине ХVI – первой половине ХVIII вв.” (1981), “Башкирия в составе Российского государства в ХVII – первой трети ХVIII вв.” (1991), “Башкирские восстания ХVII – начала ХVIII вв.” (1993), “За правдивое освещение истории народов” (1995), “История и современность” (2008) китаптарында һәм күп һанлы ғилми мәҡәләләрендә артабан тәрәнәйтә.
Шуны билдәләп үтәйек: уның 270 ғилми хеҙмәте араһында 11 монография бар. Устюговсыларҙан ҡырҡа айырмалы, уларҙың авторы, берҙән, бабаларыбыҙҙың Рәсәй дәүләте составына, яуланыу һөҙөмтәһендә түгел, ә килешеү нигеҙендә инеүен (мәғлүмәт сараларында бер Мәскәү чиновнигы раҫлауынса, Тарихи Башҡортостан менән Мәскәү дәүләтенең берләшеүен) раҫлай.
И.Ғ. Аҡмановтың йәмәғәтселек эшмәкәрлеге лә Мәскәү менән Башҡортостандың традицион договорлы мөнәсәбәтенең әһәмиәтен аңлатыуға, шуға нигеҙләнеп республикабыҙ суверенитетын һаҡлауға, тарихыбыҙҙы боҙоп күрһәтеүҙәргә етди яуап биреүгә йүнәлтелгән. Башҡорт милли үҙәге “Урал”, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыйындарының делегаты булыуын, уның башҡарма комитетында ағза итеп һайланыуын ул ана шундай эшмәкәрлеге менән аҡлай килә.
Тарих фәне буйынса юғары ғилми дәрәжә алыу маҡсатында хәҙер, аспирантура, докторантура эҙләп һәм диссертация яҡлар өсөн әллә ҡайҙа сығып йөрөйһө түгел. Ирек Аҡмановтың әленән-әле Мәскәү юлын тапауы һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. БДУ-ның тарих факультетында 1991 йылда уҡ кандидатлыҡ, 1996 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советы асылды. Бөгөн тарих факультетының алтын ҡаҙығы булараҡ танылған профессорҙар Марат Ҡолшәрипов, Нәзир Ҡолбахтин һ.б. ошонда уҡ диссертация яҡлап, тарих фәндәре докторы булыуға өлгәшә.
Ирек Аҡманов ғилем юлына алып сыҡҡан һәм артабан үҙаллылыҡҡа фатиха биргән тарих фәндәре кандидаттарын һанай китһәң, гәзиттең байтаҡ урынын биләр ине, сөнки ундай шәкерттәре бөгөн утыҙ икегә барып етте. Ул әҙерләгән ғилми кадрҙар эшһеҙ ҡалғаны юҡ.
Тағы бер яңылыҡ. МДУ-ға бармайынса ла, ундағы уҡыу планын һәм программаны БДУ-ла уҡ үҙләштереп була. Ни өсөн тигәндә, бында ла үҙәк вуздағы уҡытыу системаһы индерелгән.
Рәсәй ғилеменең ғорурлығы иҫәпләнгән был вуз бер Ирек Ғайса улы яҙмышында ғына түгел, тотош Аҡмановтар династияһы өсөн дә шундай уҡ әһәмиәткә эйә. Ул үҙенең ғүмер юлдашы буласаҡ ҡыҙҙы ошо уҡыу йортонда осрата. Түбәнге Ләмәҙҙән (Иглин районы) Нәғимә атлы илгәҙәк ҡыҙ ҙа МДУ-ға килгән була. Ул, химия факультетын тамамлап, аспирантурала уҡып, Өфөгә фән кандидаты булып ҡайтып төшә. Доцент Нәғимә Әхмәтйән ҡыҙы байтаҡ йылдар БДУ-ның химия факультетында органик химия кафедраһына етәкселек итә. Улдары Айтуған атаһы юлынан китә: БДУ-ның тарих факультетын тамамлай. Әйткәндәй, ошо факультетта ассистент сифатында эшләгән ваҡытында Ирек Ғайса улынан дәрес алған. Тарих фәндәре докторы, профессор Айтуған Ирек улы бөгөн — БДУ-ның Рәсәй тарихы кафедраһы мөдире. Ни тиһәң дә, үлән үҫкән ерендә үҫә.
(Аҙағы. Башы 174-се һанда).