“Йәшәй башлайым!”07.09.2013
Өфө ҡалаһының 48-се башҡорт лицейында өлкән класс уҡыусылары өсөн үткәрелгән оҫталыҡ дәресенең мәғәнәүи йөкмәткеһен тап шулай атарға мөмкин. Был практик сара — халыҡ ҡиммәттәрен рухи һәм әхлаҡи йәһәттән тергеҙеү, милли мәҙәниәтте үҫтереү, милләт-ара дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү буйынса Орджоникидзе районындағы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башҡарған әүҙем эштең дауамы. Оҫталыҡ дәресе "Этник психология: хәҙерге донъяла башҡорт йәштәренең прогрессив яраҡлашыуы" тигән темаға арналды.

Тәүҙә райондағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, тарих фәндәре докторы, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Лена Сөләймәнова йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ул шулай уҡ хәҙерге ҡатмарлы, даими үҙгәреүсән донъяла йәш быуынға юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итеү алымдары, был эштә башҡорт халҡына хас булған "юғары психологик тотороҡлолоҡ"то файҙаланыу зарурлығы хаҡында һөйләне. Этник психология белгестәре лә халҡыбыҙҙың тап ошо үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Мәҫәлән, В.Г. Крысько "Этник психология" китабында былай тип яҙа: "Көнкүрештә башҡорттар талымһыҙ, аралашыуҙа асылып бармай, ҡыҙыу ҡанлы, әммә яуаплылыҡ тойғоһо юғары булғанға күрә, баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуймай". Тап шуға күрә халҡыбыҙҙа "Вәғәҙә — иман, вәғәҙә — бурыс" тигән мәҡәл ҙур әһәмиәткә эйә. Милләттең психологик үҙенсәлектәре тарихи йолаларҙы сағылдыра. Көндәлек тормошобоҙҙағы ябай ғына миҫалды алайыҡ. Башҡорттарҙа тәрбиә мәсьәләһендә ике йөҙлөлөк, мәкер кеүек күренештәргә урын юҡ. Ә тормошта улар йыш осрай. Халҡыбыҙҙы бер ҡатлылығы, ышанып барыуы арҡаһында ғәйепһеҙҙән ғәйепле итеү осраҡтары юҡ түгел. Балаларыбыҙ, ысынбарлыҡтан ҡасырға тырышып, виртуаль донъяға ылыға.
Артабан Лена Сөләймәнова "Башҡорт халҡының данлы ҡыҙҙары" тип аталған китабы менән дә ҡыҫҡаса таныштырҙы. "Юғары уҡыу йортонда белем алыу, тормошта үҙ юлыңды табыу өсөн нигеҙ мәктәптә, дәрестәр, йәмәғәт эшендә ҡатнашыу, класташтар менән аралашыу барышында һалына", — тине ул.
Өфө дәүләт нефть техник университетының III курс студенты Нәркәс Яппарованың сығышы уҡыусыларҙа тәрән ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ул үҙенең уҡыуы, йәмәғәт эштәре, буш ваҡытын нисек үткәреүе, уҡытыусылары, дуҫтары һәм класташтары хаҡында һөйләне, интерактив таҡтала фотоларын күрһәтте, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Нәркәс мәктәп йылдарындағы тәьҫораттары, тәжрибәһе менән таныштырып, үҫмерҙәрҙә үҙ-үҙеңә ышаныс, яуаплылыҡ тойғоһо уятырға тырышты.
Уҡыусылар менән эште Башҡорт дәүләт университетының өлкән уҡытыусыһы, психолог Әлфиә Байрамғолова дауам итте. Ул балаларҙың ата-әсәһе, дуҫтары, класташтары менән мөнәсәбәтендәге ҡайһы бер проблемаларҙы асыҡланы. Әлфиә Сәғит ҡыҙы үҫмерҙәр төшөргән һүрәттәр буйынса ошо етешһеҙлектәрҙе, уларҙы яйға һалыу алымдарын аңлатты. Шулай уҡ фракталь рәсем ярҙамында уй-кисереште яйға һалыу мөмкинлеген өйрәтте. Кешеләр әүәл-әүәлдән файҙаланған был терапия әле ғилми яҡтан нигеҙләнгән, ул бик ябай һәм файҙалы. Психикаһы тотороҡһоҙ булған үҫмерҙәргә ошо алымдар юғалып ҡалмаҫҡа булышлыҡ итәсәк.
Психологик күнекмәләр — ул виртуаль ысынбарлыҡтың киреһе. Кешеләр йыш ҡына ошо яһалма донъяға ҡасырға, барлыҡ проблемаларын төймәгә баҫып ҡына хәл итергә тырыша. Ә тормошта иһә рухи-әхлаҡи төшөнсәләрҙе, мораль-этник ҡиммәттәрҙе һаҡларға, кемделер сабыр ғына тыңлай белергә, ғәмәлдәреңде уйлап башҡарырға тура килә. Ысынбарлыҡта кеше әйткән һүҙенә түгел, ә эске ҡиммәттәренә, холоҡ-фиғеленә ҡарап баһалана.
Шуға күрә психологик нигеҙҙәрҙе белеү бик мөһим. Ә бындай оҫталыҡ дәрестәре шәхескә тормошҡа яраҡлашыуҙа ҙур ярҙам итә.


Вернуться назад