Яхъя ауылында белем усағының яңы бинаһы асылдыБөтә ауылға йәм биреп, әллә ҡайҙан үҙенә тартып торған яңы мәктәп майҙанына байрамса кейенгән халыҡ ағылды. Балалары өсөн ҡыуаныстарының сиге булмаған ата-әсә, уҡыусылар, ҡунаҡтар өсөн дә күптән көткән мөһим ваҡиға – Яхъя ауылында мәктәп асыу тантанаһы уҙғарылды.
Уҡыусылар икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән йырлап-бейеп ҡаршыланы саҡырылған ҡунаҡтарҙы.
Тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов алды.
– Белем көнө менән барығыҙҙы ла тәбрикләйем! Заманса төҙөлгән яңы бинала уҡыу йылын башлау – икеләтә байрам. Бындай белем усаҡтары быйыл республикала дүртәү генә асылды. Шуның береһе беҙҙә булыуы – оло ҡыуаныс. Бәләкәй ауылдарға тейешле иғтибар биргәне өсөн республика Президентына рәхмәтлебеҙ. Ауыл халҡына ла ышаныстары, ярҙамдары өсөн рәхмәт, – тине ул.
Республика капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе Хәлим Шәйбәков та ҡотлау һүҙендә уҡытыусыларҙы тәбрикләп, уҡыусыларға төплө белем биреп, лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләүҙәрен теләне.
Ишембай ауыл биләмәһе башлығы Нияз Шакиров сығышында 20 йылдан ашыу был ваҡиғаны көткән Радио, Яхъя ауылдары халҡы исеменән мөһим төҙөлөштө атҡарған республика етәкселегенә, район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә, төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Мәғариф бүлеге начальнигы Нелли Рәхмәтуллина барыһын да Белем көнө менән ҡотлап үтте, шулай уҡ мәғариф министры Әлфис Ғаязовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе, уңышлы уҡыу йылы теләне.
География фәне кандидаты, БДУ доценты, физик география кафедраһы мөдире Инбер Яппаров та яхъяларҙың шатлығын уртаҡлашып, телмәр тотто һәм үҙе төҙөгән Башҡортостан атласын тапшырҙы.
Мәктәп директоры Гөлнур Абдуллина уҡытыусылар, уҡыусылар исеменән ҡунаҡтарға, төҙөүселәргә, ата-әсәләргә рәхмәт белдереп, яңы бинала заманса белем бирербеҙ, йәмғиәтебеҙгә кәрәкле шәхестәр тәрбиәләрбеҙ, тип ышандырҙы.
Ғәли Ғәләүетдин улы төҙөлөш эштәрендәге тырыш хеҙмәте өсөн “БашРегионСтрой” йәмғиәтенең генераль директоры Ирек Әхмәҙуллин, эштәр башҡарыусы Дмитрий Табарчук, төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры Марат Мусин, электрик-монтажсы Юрий Михайловҡа район хакимиәтенең Почет грамоталарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл етте: был төҙөлөштө атҡарған “БашРегионСтрой” етәксеһе Ирек Тимерйән улы телмәр тотоп, ауыл халҡына төҙөлөштә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдереп, белем усағының символик асҡысын мәктәп директоры Гөлнур Абдуллинаға тапшырҙы.
Ҡыңғырау сыңланы. Ҡыҙыл таҫма киҫелгәндән һуң, уҡыусылар, ата-әсәләр, ҡунаҡтар мәктәпкә саҡырылды.
Заманса йыһазландырылған 60 урынлыҡ ике ҡатлы мәктәп бинаһы барыһын да һоҡландырҙы. Ҡотло булһын яңы мәктәп! Был белем усағы бары уңыштары менән ҡыуандырып торһон.