Ҡомһоҙҙарҙы кем туҡтатыр?06.09.2013
(«Быуаның ғүмерен кемдәр быуа?», 30 август, № 170-171)

Үткән йома һанында донъя күргән экологияға ҡағылышлы үткер мәҡәлә, моғайын, бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Күрше-күлән менән был быуаның хәле тураһында ниндәй ойошмаға ялыу яҙырға икән тип аптырашып йөрөгәндә, «Башҡортостан»да ошо хаҡта мәҡәлә баҫылғанын ишеттек. Гәзитте эҙләп табып, уны уҡып сыҡтыҡ. Рәхмәт һеҙгә, дөп-дөрөҫ яҙылған!
Ысынлап та, был быуа (уны күл тип тә әйтергә мөмкин) — бай тарихлы Нуғай ауылының бер күрке. Яр буйындағы «Копеечка» исемле магазин артында йәйелдерелгән ҙур төҙөлөшкә хайран ҡалырлыҡ! Шунда эшләп йөрөгән кешеләрҙән бында нимә төҙөлөүе тураһында белешеп ҡараныҡ. Бер нәмә лә белмәйбеҙ, хужаларҙан һорағыҙ, тип кенә яуапланы улар. Шулай ҙа берәүһе: "Бында магазин йәки поликлиника була, шикелле", — тип серҙе систе.
Быуаның ҡултығына тауҙай таш өйөп, шул ерҙә төҙөлөш алып барырға рөхсәт биргән ҡала архитектура идаралығы белгестәренең ҡылығы һис тә аңлашылмай. Ошо матурлыҡҡа оятһыҙ рәүештә ҡул һуҙған ҡалын кеҫәле әфәнделәр төҙөлөшкә нисек рөхсәт алыуға өлгәште икән? Әйтерһең дә, уларға башҡа иркенерәк урында ер бөткән. Коррупция еҫе аңҡымаймы икән бында?
Ауыл халҡы сиркәү яғында, йәғни быуаның аръяҡ ярында алып барылған төҙөлөшкә лә битараф ҡала алмай. Унда ла быуа эсенәрәк инеп, таш, тупраҡ ташып, ярымутрау «эшләп» ҡуйҙылар ҙа мөһабәт йорт күтәрә башланылар.
Республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы бара, тибеҙ, ә ысынбарлыҡта ер-һыуыбыҙҙы рәхәтләнеп тәләфләйбеҙ түгелме? Киләсәк быуынға нимә ҡаласаҡ һуң? Быйыл ике бай, артабанғы йылдарҙа тағы өс-дүрт һөмһөҙ әҙәм шулай быуаны баҫып алһа, биш-алты йылдан бында һыу әҫәре лә ҡалмаясаҡ бит.
Нуғай быуаһы буйында барған «удар» төҙөлөштәрҙе кем туҡтатыр, ҡомһоҙҙарҙың нәфсеһенә кем сик ҡуйыр? «Башҡортостан» гәзите был мәсьәләне контролдә тотоп, баш ҡала хакимиәтенең яуабын баҫтырһа ине.
Нуғай ауылы халҡы исеменән


Вернуться назад