Ваҡыт аҙ ҡалды06.09.2013
Пенсияны дәүләт менән берлектә финанслау программаһы тормошҡа ашырыла башлаған мәлдән алып унда ҡатнашыусыларҙың түләү күләме 640 миллион һумдан артты, шуның 117 миллион һумы быйыл күсерелгән.
Рәсәйҙең Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, аҡсаның күпселеген 20 — 40 йәштәгеләр күсерә. Ундайҙар 54 процентты тәшкил итә, 40 — 60 йәштәгеләр — 41, пенсионерҙар — 3 процент. Шул уҡ ваҡытта түләүҙәрҙең 59 процентын ҡатын-ҡыҙҙар индергән. 76 ойошма хеҙмәткәрҙәренең пенсияһын берлектә финанслауҙа өсөнсө яҡ сифатында сығыш яһай.
Программаға инеү өсөн айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Дәүләттең өҫтәп финанслауына иҫәп тотоу өсөн 1 октябргә тиклем программаға ҡушылыу шарт. Ул 10 йылға иҫәпләнә. Ҡатнашыу өсөн Пенсия фондына ғариза бирергә кәрәк. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса йә иһә эш биреүсең, трансферт-агент, дәүләт хеҙмәттәре порталы аша мөрәжәғәт итеү зарур.
Квитанцияны хатаһыҙ тултырыу өсөн Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе сайтында (http://www.pfrf.ru/otbashkor/) өлгөләр бирелгән. Квитанцияны тултырам тиһәң, "Өҫтәмә страховка иғәнәһе түләү өсөн квитанцияны баҫыу" баннерын файҙаланырға кәрәк.
Ентеклерәк мәғлүмәтте www.pfrf.ru сайтынан йәки 8 800 510-55-55 телефоны буйынса (тәүлек әйләнәһенә, Рәсәй буйынса шылтыратыу бушлай) алырға мөмкин.