Һалым һабағы06.09.2013
Торлаҡ шарттарын бушлай яҡшыртырға мөмкин
Әле граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт тарафынан төрлө программалар тормошҡа ашырыла. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ субсидиялары бирелә, ауыл ерендә төпләнгән йәш белгестәргә йорт һатып алыу өсөн аҡса түләнә. Бынан тыш, өс һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә өй һалыуға бушлай ер бирелә.
Бер үк ваҡытта һалым ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса эш дауам итә. Рәсәйҙең Һалым кодексына ярашлы, һалым түләүсенең бөтә килеменән ҡаҙнаға өлөш сығарылырға тейеш. Ошоға бәйле 2008 йылға тиклем бюджет аҡсаһына һатып алынған торлаҡ өсөн кеше һалым түләргә тейеш ине. Һуңғы арала ҡануниәткә дәүләт программалары буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан граждандарға һалым ташламалары биреүҙе күҙ уңында тотҡан байтаҡ үҙгәреш индерелде.
Мәҫәлән, 2007 йылдың 29 ноябрендәге 284-се Федераль закон буйынса 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң федераль ҡаҙна, Рәсәй төбәктәре һәм урындағы бюджет аҡсаһына алынған торлаҡ өсөн иҫәпләшкәнһең икән, бының өсөн һалым түләүҙән азат ителәһең. Ҡануниәткә ярашлы, 2008 йылдың 1 ғинуарынан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙең ипотека-туплау системаһында ҡатнашыусылар тарафынан түләнгән аҡсанан алынған килемгә лә һалым һалынмай. 2011 — 2012 йылдарҙа юғары уҡыу йортон тамамлап (башҡа ерҙән күсеп), ауылға ҡайтҡан һәм вәкәләтле башҡарма власть органы менән ошо ауылда кәмендә биш йыл эшләү тураһында килешеү төҙөгән 35 йәшкә тиклемге медицина хеҙмәткәре бер тапҡыр бирелә торған компенсациянан һалым түләмәй. Ил, төбәк ҡануниәттәре менән билдәләнгән осраҡта һәм тәртиптә бирелгән торлаҡ йәки ер участкаһы хаҡына, балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам күрһәтелгәндә алынған килемгә һалым һалынмай. Был норма 2009 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡҡа килгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла.
Аҡсаһын да алырға онотма
Федераль закон менән торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә һалым ҡайтармаһын биргәндә сығымдары иҫәпкә алынған объекттар исемлеге тулыландырылды. 2010 йылдан башлап ошо йорт урынлашҡан ер участкаһы хаҡына ла ташлама бирелә, йәғни ер менән йорт бер объект булараҡ ҡарала.
Һалым ҡайтармаһы йортҡа милек хоҡуғы тураһында таныҡлыҡ алғандан һуң ғына бирелә. Торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға һалым ҡайтармаһы күләме 2 миллион һум менән сикләнә. Ошо маҡсатта алынған кредит өсөн түләнгән проценттар ҙа ҡайтарма күләменә индерелә. Тимәк, әгәр 2012 йылда ере булған йортто 2 миллион 500 мең һумға һатып алып, ул килешеүҙә 1 миллион 500 мең һумға баһаланһа, 2 миллионға тиклемге килемгә һалымды ҡайтарырға мөмкин. Әгәр ер (50 мең һум) менән йорт (900 мең), шулай уҡ хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ 2009 йылда алынһа, йорт хаҡынан ғына ҡайтарма бирелә.