Ҡотлайбыҙ!06.09.2013
Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле улыбыҙ, ағайыбыҙ, ҡустыбыҙ Илдар Фәйзулла улы Ғизәтуллинды күркәм юбилейы — 55 йәше тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ Өфө нефть институтын тамамлағас оҙаҡ йылдар нефть һәм нефть эшкәртеү тармаҡтарында тырышып эшләне һәм әле лә юғары вазифалы, дәрәжәле, яуаплы эшен бик уңышлы башҡара. Тырыш һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул бик күп маҡтау грамоталарына һәм наградаларға лайыҡ булды.
Бөтә туғандарға ла һәр саҡ терәк-таяныс, ярҙамсы һәм кәңәшсе ул. Беҙ ҡәҙерлебеҙ менән ғорурланабыҙ.
Улыбыҙға, ағайыбыҙға оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Киленебеҙ Әлиә менән тиң булып, Рәсим улыңдың изгелеген, ихтирамын күреп, оҙон-оҙаҡ ғүмер ит.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек — иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет урап үтмәһен.
Иң ҙур теләктәр менән
Ишембайҙан әсәйең, Ғизәтуллиндар, Ғайсиндар ғаиләләре.