Әбей күмәсе (ҡырағай мальва)06.09.2013
Сәскәһенең матур ал телдәре әллә ҡайҙан диҡҡәтте тартып тора. Баҡсала үҫкән төрҙәренән ҡырағай мальва вағыраҡ, әммә һабаҡтары суғыраҡ. Башҡа үләндәр баҫмаған ерҙә ул, ут телдәреләй сәскәгә күмелеп, ҡыуаҡ кеүек иркенләп үҫеп китә, оҙаҡ балҡып ултыра.

Мин уны, матурлығына ҡыҙығып, баҡсама алып ҡайтып ултыртҡайным, торғаны бер дарыухана ла булып сыҡты.
Әбей күмәсе сәскәләренең телдәрен генә алып, ҡайнатып һыуытылған һыуға һалырға ла 10-15 сәғәт тоторға. Уның бер аҙ лайлалы, ҡуйырыҡлы эсемлеге һыуыҡ тейгәндә, йүткерткәндә, ашҡаҙан ауыртҡанда шифа бирә. Тамаҡ ауыртҡанда сайҡатыу өсөн дә ҡулланалар.
Сәскәнең шифалы бер төрө алтей тип атала. Уны күптәребеҙҙең баҡсала ла күргәне бар, тәбиғәттә йыш осрамай, шуға халыҡ уны йортона яҡынайтҡан да инде. 2 метр һәм унан да оҙонораҡ һабаҡтарындағы матур сағыу сәскәләре әллә ҡайҙан күренеп ултыра, күпме матурлыҡ тыуҙыра! Әлбиттә, баҡсалағыһының сифаттары ҡырағайыныҡынан бер аҙ ҡайтыш, уның ҡарауы, эргәлә бит ул! Бронхиттан, сәсәтмәнән, үпкә шешенән тыш, балаларҙың теш ҡаҙнаһы ауыртҡанда тамырын сәйнәтәләр, бәүел ҡыуығында таш булғанда, елһенгәндә лә ул — беренсе ярҙамсы.

Әбей күмәсенән Мысыр ашы

3 стакан ҡуян йә тауыҡ һурпаһына 400 г самаһы әбей күмәсе япрағы, 2 һарымһаҡ теше, 1 аш ҡалағы кинзә орлоғо, тоҙ, борос кәрәк була.
Япраҡтарҙы йыуып киптерергә лә, турап, 1 һарымһаҡ тешен иҙеп, ярты ҡалаҡ кориандр менән бергә һурпаға һалабыҙ. Бер нисә минут ҡайнатҡас, уттан алып торорға кәрәк. Ҡалған һарымһаҡ менән кинзәне төйөп, майҙа ҡурып алғас, борослап ашҡа өҫтәйбеҙ, өҫтөн япмай ғына һүрән утта йылытабыҙ. Табынға дөгөлө ит менән бирәбеҙ. Япраҡтар ашҡа кеҫәл һымағыраҡ ҡуйылыҡ бирә.

Мальванан аш-һыу

Әбей күмәсенең япраҡтары шулай уҡ ҡуҙғалаҡ, фәрҙә, балтырған менән ҡушып турама эшләгәндә ҡулланыла.


Вернуться назад