...Күтәрелгән ялҡынды “һә” тигәнсе һүндереп ҡуйҙы егеттәр. Ут тонсоғоуға бер төркөм каратистар килеп сыҡты һәм көрәк һабы йыуанлыҡ таяҡтарҙы һындырырға тотондо...
Ишембай ҡалаһында урынлашҡан был уҡыу йорто ошоғаса Республика кадет мәктәп-интернаты тип аталһа, хәҙер уны Волга буйы округының башҡорт кадет корпусы тип үҙгәрттеләр.
Уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләрҙең шатлығын Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов уртаҡлашты.
– Һеҙ хәҙер яңы дәрәжәле мәктәптә белем аласаҡһығыҙ. Тик исемгә есем дә тап килергә тейеш. Шуға ла тырышып уҡыуығыҙҙы, илебеҙҙең ысын патриоттары булыуығыҙҙы теләйем. Киләсәктә лә хәрби йүнәлештәге уҡыу йортон һайларһығыҙ тип ышанам, – тине Михаил Бабич, кадеттарға мөрәжәғәт итеп.
Бай тарихҡа эйә был корпус республикала ғына түгел, барлыҡ илгә билдәле тиһәк тә хаталанмаҫбыҙ. Сөнки унда, Башҡортостан малайҙары һәм ҡыҙҙарынан тыш, күрше төбәктәрҙән килгән балалар ҙа белем ала. Уҡыусыларҙы ғилем яғынан да, рухи яҡтан да, физик культура буйынса ла сыныҡтырған, шул уҡ ваҡытта ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы торорға өйрәткән был уҡыу йортонда бөгөнгө көндә 320-нән ашыу кадет тәрбиәләнә (быйыл 100 уҡыусынан торған яңы дүрт взвод булдырылған). Әйткәндәй, уҡырға алған саҡта бында тәү сиратта етем һәм күп балалы ғаиләләрҙәге малай-ҡыҙҙарға иғтибар ителә.
Илдә хәрби-патриотик тәрбиә нығынған саҡта бындай мәктәп-интернаттың үҫеш юлындағы яңы баҫҡысҡа күтәрелеүе тәбиғи, әлбиттә.
– Әммә республиканың үҙенә генә кадет корпусын планлаштырған кимәлгә еткереүе еңелдән булмаҫ ине. Шуға уның федераль дәрәжә алыуы – яҡшы күренеш. Яңы корпустар төҙөүгә, йыһазландырыуға, педагогик оҫталыҡты арттырыуға аҡса федераль ҡаҙнанан да һәм республиканан да бүленәсәк, – тип белдерҙе үҙенең сығышында Рөстәм Хәмитов.
Йыһазландырыу тигәндән, мәктәптә алда төҙөү-ремонт эштәре тора, яңы технологиялар индереләсәк, ә уҡытыусы-тәрбиәселәрҙең белемен һәм оҫталығын камиллаштырыу көтә. Әйткәндәй, яңыртылған уҡыу йортонда киләсәктә бер юлы 600-ҙән ашыу кадет белем аласаҡ, күп функциялы (маҡсатлы) манежда тәрбиәләнеүселәр генә түгел, ҡала халҡы ла кинәнеп спорт менән шөғөлләнәсәк.