“Яңылыҡтар”ҙы төнөн кем ҡарай?04.09.2013
Бөгөн көндәлек яңылыҡтар менән танышып барыу бер кемгә лә ауырлыҡ тыуҙырмай. Кемдер кәрәкле мәғлүмәтте Интернет селтәренән ала йә булмаһа телевизор ҡарау, радио тыңлау мөмкинлегенә эйә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла түгел. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүсе оло кешеләр был йәһәттән йәштәргә тиңләшә алмай. Улар үҙҙәренең өйрәнгән ваҡытында республика яңылыҡтары менән танышыу өсөн “зәңгәр экран”дар янына ултыра. Тик, ни ғәләмәт, һуңғы осор улар көткән сәғәттә яңылыҡ булмай, йә кино, йә башҡа тапшырыу күрһәтелә. Баҡтиһәң, уның ваҡыты төнгө беренсе яртыға күсерелгән. Ни өсөн урыҫ телендәге яңылыҡтар тапшырыуы элеккесә ҡалған да, ә башҡортсаһы төнгөлөккә күскән, хатта киләһе көнгә тиергә лә була.
Райондарҙа командировкала йөрөгәндә был турала ололар тарафынан күп ишетергә тура килә. Аҙна буйы яңылыҡтарҙы күҙәтеп, ысынлап та, ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн тапшырыу бик һуң ҡуйылғанлығын аңларға була. Хәйер, һигеҙенсе яртыла ла республика яңылығын ҡарау мөмкинлеге бар, әммә күпселек ваҡытта киске сәғәт етелә спорт тапшырыуҙары яңылыҡтарҙы өҙә. Икенсенән, күп кенә район һәм ҡалаларҙың телевидениеһы тап шул сәғәттә эфирға сыға. Шунлыҡтан һигеҙенсе яртылағы яңылыҡтар тапшырыуын күптәр ҡарай алмай. Тағы ла ошо осорҙа ауылда көтөү ҡайтыуын да иҫәпкә алғанда, хәл аңлашыла. Барлыҡ эштәрҙе теүәлләп, йоҡо алдынан бер аҙ телевизор ҡарап, республика яңылыҡтары менән танышып алыу өсөн элеккесә ун беренсе яртылағы тапшырыуҙы ҡайтанан тергеҙеү кәрәк.
Ни өсөн ҡайһы бер мәсьәләләр һуңғы ваҡытта ауыл ерендә йәшәүселәрҙең файҙаһына түгел, ә, киреһенсә, ҡаршы эшләнелә? Баймаҡ районындағы бер инәйҙең һүҙҙәрендә хаҡлыҡ та бар кеүек. “Ауылдарҙы бөтөрөү сәйәсәте тәрәндән алып барыла: мәктәптәр ябыла, эшһеҙлек, эскелек, битарафлыҡ сәскә ата, хәҙер ана яңылыҡтары ла төнөн була. Юрый шулай эшләйҙәрҙер ул, ауылдыҡылар донъянан артта ҡалһын, республикала барған сәйәсәтте белмәһен, яңылыҡтарҙы ишетмәһен тип. Тома наҙандарҙы еңеүе, уларға юҡты-барҙы һөйләүе лә, ҡулдан килмәҫлек эштәрҙә вәғәҙә биреүе лә күпкә отошлораҡ бит. Хәйер, һайлауҙар алдынан был мәсьәләнең тап шулай булыуы бәғзе депутаттар өсөн дә отошло түгелме икән?”


Вернуться назад