Дини белем кәрәк04.09.2013
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты.
Сарала ислам белемен биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Осрашыуҙа өҙлөкһөҙ белем биреү селтәрен яйға һалыу, шулай уҡ даими нигеҙҙә уларҙың квалификацияһын күтәреү курстарын ойоштороу зарурлығы билдәләнде. Юғары мөфтөй әйтеүенсә, уҙған аҙнала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы Рәсәй-Ислам университетында 80 кеше юғары белем тураһында диплом алған. Уларҙың яртыһы тиерлек — Башҡортостандан, ҡалғандары — Рәсәйҙең бүтән төбәктәренән. Әле университет үҙ көсө менән йылына 300 самаһы кешегә белем бирә.