Яңы сквер исем эҙләй04.09.2013
Өфөләге Октябрҙең 50 йыллығы һәм 8 Март урамдары араһындағы Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы геройҙары мемориалы эргәһендә сквер асылды.

Объектта реконструкция эштәре быйыл йәй башланғайны. Иҫке плитәләр урынына брусчатка түшәлде, сәскә түтәлдәре барлыҡҡа килде, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйылды, йүкә һәм сирен үҫентеләре ултыртылды. Тиҙҙән бында бушлай Wi-Fi зонаһы ла ойоштороласаҡ.
— Скверҙың рәсми атамаһы юҡ, документтарҙа ул “Йәштәр” скверы тип билдәләнә, — ти Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Салауат Бәхтийәров. — Һәр кеше скверға исем тәҡдим итә ала, иң отошлолары Өфө хакимиәтенең сайтында урынлаштырыласаҡ.
Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл 1975 йылдың апрелендә асылған. Уның дөйөм бейеклеге — 12, ә фигураларҙыҡы — 9 метр. Һәйкәлдең бронза өлөштәренең ауырлығы 95 тонна тәшкил итә.


Вернуться назад