Венгр ғалимдары ойоштора04.09.2013
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостандың Фәндәр академияһы, республиканың Мәғариф министрлығы “Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” XIII халыҡ-ара конференцияһын ойоштора.

Билдәле венгр төркиәтсеһе, этнограф, фольклорсы Йожеф Торманың 70 йыллығына арналған был сара 13-14 сентябрҙә уҙғарыла. Маҡсаты — Рәсәй халыҡтары телдәрен, һөйләш шарттарында әҙәби телде уҡытыуҙы һаҡлау, антропология мәсьәләләрен өйрәнеү һәм башҡалар.
Конференцияла Йожеф Торманың улы Томаш Торманың (Истанбулдан), шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән, башҡа сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.


Вернуться назад