Мәмерйә арыҫланының һөйәге табылды04.09.2013
— Күптән түгел Нөгөш һыу һаҡлағысы биләмәһен сүп-сарҙан таҙартҡанда боронғо хайуандың яңаҡ һөйәге табылды, — ти парктың бүлек начальнигы Ольга Уткина.
Өлкән ғилми хеҙмәткәр Илдус Нурмөхәмәтов әйтеүенсә, борон был ерҙә кеше төйәге урынлашҡан була. Биләмәлә шулай уҡ мамонт, төньяҡ боланы, бизон, боронғо ат һөйәктәре, шулай уҡ таштан яһалған ҡорал табылған. Уларҙың йәше 18 мең йыл тәшкил итә.
Әле Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, шулай уҡ Екатеринбургтағы Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институты хеҙмәткәрҙәре археология ҡомартҡыһын ентекле өйрәнә.