Шуға уларҙың эш хаҡы ла юғары04.09.2013
Шуға уларҙың эш хаҡы ла юғарыИлеш юл ремонт-төҙөлөш идаралығы — районда иң ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе. Ул райондағы 475 километр юлдың төҙөклөгө өсөн яуаплы. Шуның 254 километры асфальт япмалы.

Быйылғы һөҙөмтәләр менән төҙөүселәр ҡәнәғәт. Йыл аҙағына тиклем 93 миллион һумлыҡ эш башҡарасаҡтар. Әле 65 миллион һумлыҡ эш күләме үтәлгән дә инде. Мәҫәлән, Йәркәй — Баҡалы йүнәлешендә — 1,5, Йәркәй — Андреевка йүнәлешендә — 1,4, Йәркәй — Дөмәй йүнәлешендә 1 километр юлға асфальт түшәлгән.
Ауыл урамдарын төҙөкләндереү программаһы буйынса ла күп кенә эштәр башҡарҙы илештәр. Мәҫәлән, Йәркәй, Рысай, Ябалаҡ ауылдарында юлдар төҙөкләндерелгән. Был эш көҙгә тиклем дауам итә әле.
Идаралыҡтың базаһы ныҡлы. Юл төҙөү техникаһы етерлек. Быйыл Корея экскаваторы, каток, тейәгес алып ҡыуанғандар. Ғөмүмән, был коллективта бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап, дөйөм эш өсөн янып йәшәгән хеҙмәткәрҙәр тупланған. Уртаса эш хаҡы ла районда иң юғарынан иҫәпләнә.
Бөгөн идаралыҡта 70-тән ашыу кеше эшләй. Идаралыҡ начальнигы Нәзим Сәлих улы Хәйертдинов хаҡында айырым әйтеп китеү зарур. Ошо райондың Ҡыпсаҡ ауылында тыуып үҫкән егет 1977 йылда уҡ идаралыҡта эш башлаған. Төрлө хеҙмәт баҫҡыстары үткән: юл мастеры, прораб, ПТО начальнигы, баш инженер... 1984 йылдан иһә тәжрибәле, тырыш белгескә идаралыҡ начальнигы вазифаһын ышанып тапшыралар. Уның фиҙакәр хеҙмәте "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе" исеме, иҫәпһеҙ-һанһыҙ Маҡтау грамоталары менән баһаланған. Иң мөһиме — уның етәкселегендәге коллективтың яҡташтары алдында йөҙө яҡты: йәйен-ҡышын Илеш юлдары һәр саҡ асыҡ, сифатына ла һүҙ тейҙергеһеҙ.
Нәзим Сәлих улы уңған, тырыш коллектив туплай алған. Уртаса 15–25 йыл эшләгәндәр күберәк. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында бирелә. Эшселәр социаль яҡтан яҡланған. Трассала эшләүселәр йылы аш менән тәьмин ителә. Йорт һалыусыларҙы техника, төҙөлөш материалы йәһәтенән ярҙамдан өҙмәйҙәр. Шифаханаларҙа ял итеү мөмкинлеге лә ҡаралған. Ветерандарын да онотмай юл төҙөүселәр. Етәксе, алдынғылар хаҡында һүҙ сыҡҡас, Илдар Ҡорбанов, Зәйтүн Дәүләтов, Финадис Сәйфетдинов, Марс Фазлыев, Юлат Ғәлиуллин, Зәбир Мәхийәнов, Фәүил Ғәфүров хаҡында ғорурланып телгә алды. ПТО начальнигы Ҡәниф Хафизов хаҡында үҙ эшенең оҫтаһы тип әйтергә була. Шуныһы ҡыуандыра: абруйлы идаралыҡҡа эшкә йәштәр ҙә ҙур теләк менән килә һәм нығынып китә.
Район, республика етәкселегенең ярҙамын тойоп, Илеш юлсылары ҡатмарлы һәм үтә яуаплы бурыстарҙы теүәл үтәүгә өлгәшә. Башҡортостандың үҫешенә тос өлөш индерә.


Вернуться назад