Көтөп алынған мәктәптәр04.09.2013
Көтөп алынған мәктәптәр2011 йылда Белорет районының Үҙәнбаш мәктәбе эшкә яраҡһыҙ тип ябылғайны. Ауыл халҡына бик оҙаҡ көтөргә тура килмәне: быйылғы Белем көнөндә ике ҡатлы өр-яңы социаль объект ишектәрен асты. Ул 108 уҡыусыға иҫәпләнгән белем усағын ғына түгел, ә балалар баҡсаһын, фельдшер-акушерлыҡ пунктын да үҙ эсенә ала.

Төҙөлөш өсөн республика ҡаҙнаһынан 125 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән. Эште Өфөләге “Геострой” компанияһы уңышлы атҡарып сыҡҡан. Хәҙер Үҙәнбаш уҡыусылары заманса йыһазландырылған кабинеттарҙа белем ала, иркен китапханала, спорт залында шөғөлләнә, ашханала туҡлана. Мәктәптә шулай уҡ һыу, айырым санузел бар, йылытыу системаһы эшләй.
Уҡыусылар һанына килгәндә, быйыл 106 бала белем аласаҡ. Ауылда тыуымдың артыуын билдәләйҙәр — әле балалар баҡсаһына өс тиҫтә самаһы ғариза бирелгән дә инде.
Үҙәнбаштарҙыҡы кеүек ҙур ҡыуанысты Йылайыр районы үҙәгендә лә кисерҙеләр. Ундағы яңы мәктәп 300-ҙән ашыу уҡыусыны ҡабул итте, шуларҙың 40-ы I класҡа килде. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Галина Бегундың әйтеүенсә, өс ҡатлы кирбес бина заман талаптарына тулыһынса яуап бирә, унда иркен уҡыу кабинеттарынан тыш спорт һәм ике тамаша залы, ҙур ашхана, медицина кабинеты бар.
Яңы уҡыу йылы башында шулай уҡ Салауат районының Яхъя ауылында — 60, Өфөнөң Дорогин ауылында 375 урынға иҫәпләнгән мәктәптәр асылды. Ә Балтас районының Иҫке Балтас, Бүздәк районы үҙәге мәктәптәре реконструкциянан һуң эш башланы.

Зәлифә ХИСМӘТУЛЛИНА, Белорет районы:
— Белеүемсә, Белоретта тағы ла ике ҡыуаныслы ваҡиға көтөлә: ҡаланың 1-се мәктәбе реконструкциянан һуң эшләй башлаясаҡ, шулай уҡ яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ. Шуны билдәләргә кәрәк: һуңғы йылдарҙа мәғариф учреждениеларын төҙөгәндә сифатҡа ҙур иғтибар бирелә башланы. Тимәк, власть тиҙлекте генә маҡсат итеп ҡуймай, ә киләсәк мәнфәғәтендә эшләй тигән һүҙ.


Вернуться назад