Кешеләр өсөн эшләй27.12.2011
Кешеләр өсөн эшләйБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов өсөн әлеге йыл етди имтихан булды, тип әйтергә мөмкин. Был ил кимәлендәге мөһим сәйәси ваҡиғаларға ла, республика әһәмиәтендәге мәсьәләләргә лә бәйле. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк башлығы барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтте.
Йыл дауамында Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау мәсьәләһе көн ҡаҙағынан төшмәне. Тауыш биреү һөҙөмтәләре халыҡтың илдә әле алып барылған дәүләт сәйәсәтенә ниндәй ҡарашта икәнлеген күрһәтә, шуға ла йәмғиәтте болғандырырға, властың эшмәкәрлегенә аяҡ салырға, ялған мәғлүмәт менән аңды бутарға маташыусылар ишәйеп китте. Ошондай шарттарҙа тотороҡлолоҡто һаҡлау етәкселек өсөн төп бурысҡа әйләнде. Башҡортостан Президенты, йылды милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләләренә арнап, бик дөрөҫ эшләне: Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә неофашизм, ксенофобия кеүек күренештәр артҡанда, беҙҙең республика халҡы быуаттар дауамында һыналған дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә тоғро ҡалды.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәүге Мөрәжәғәтнамәһендә Рөстәм Хәмитов халыҡты Хөкүмәттең намыҫлы эшләүенә ышандырыуҙы, йәмәғәтселеккә власть тарафынан тормошҡа ашырылған сәйәсәткә йоғонто яһау мөмкинлеген биреүҙе, ғәҙеллекте тормоштоң айырылғыһыҙ шартына әйләндереүҙе төп бурыстар иҫәбендә билдәләгәйне. Был маҡсаттарға, һис шикһеҙ, өлгәшелә: йәмғиәттә әүҙемлек арта, халыҡ менән власть бер команда булып эшләргә, уртаҡ маҡсаттар ҡуйырға өйрәнә, үҙ-ара ышаныс нығына. Президенттың асыҡ сәйәсәткә өҫтөнлөк биреүе, намыҫһыҙлыҡҡа ҡарата тейешле сара күреүе, кешеләрҙе дәртләндерә, әйҙәй белеүе арҡаһында бик күп етешһеҙлектәр фашланды, яҡшы башланғыстар ғәмәлгә ашырыла.
Президент вазифаһын ҡабул итеп алғанда уҡ Рөстәм Зәки улы эш урындары, хеҙмәт хаҡы һәм торлаҡ проблемаларын хәл итеүҙе төп бурыстар тип атағайны. Был йәһәттән һөҙөмтәләр күҙгә күренеп яҡшыра, бигерәк тә тәүге ике мәсьәлә буйынса етди уңыштар бар. Республика башлығының тырышлығы менән башланған инвестиция проекттары киләһе йылдарҙа төбәктең социаль-иҡтисади үҫешендә ҙур һынылыш яһар тигән ышаныс нығынды.
Башҡортостан хәҙер халыҡ-ара даирәлә киң танылыу яулай. Быйылғы бер нисә айҙа ғына ла беҙҙә ил һәм донъя кимәлендәге байтаҡ сара ойошторолдо, алдағы йылдарҙа спорт, мәҙәниәт, фән өлкәләренә ҡағылышлы тағы ла мөһимерәк ваҡиғалар булыуы көтөлә. Быларҙың барыһы ла бер яҡтан ҡарағанда – республиканың абруйын, инвестиция йәлеп итеү һәләтен арттырыу маҡсатында, ә киңерәк мәғәнәлә урындағы халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу өсөн эшләнә.
Президент Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе «Кешеләр өсөн эшләргә» тип аталды. Был саҡырыу, ғөмүмән, республика етәксеһенең эшмәкәрлегендәге төп принципты асыҡ сағылдыра. Бына ошо маҡсатына тоғро булғаны өсөн дә Рөстәм Зәки улы йәмғиәттә ҙур абруй, халыҡтың ышанысын яуланы, Рәсәйҙә иң көслө сәйәсмәндәр иҫәбенә инде. Башҡортостандағы бөгөнгө сәйәсәттең дөрөҫлөгөн рейтинг агентлыҡтарының баһаһы ғына түгел, Дәүләт Думаһына һайлау һөҙөмтәләре лә дәлилләй: тауыш биреүселәрҙең 70 проценттан ашыуы кандидаттар исемлеге башында Президент Рөстәм Хәмитов торған «Берҙәм Рәсәй» партияһын хупланы.


Вернуться назад