— Ошо уҡыу йортонда белем алдым, улым. Әлбиттә, ул ваҡытта майҙансыҡта бындай һоҡланғыс һәйкәл юҡ ине. Уҡыу корпустары ла әлегеләй заманса, ҡупшы булманы. Шулай ҙа ғилем, рух “еҫе” һәр ваҡыт аңҡып торҙо!
Алты-ете йәшлек ҡыҙыҡһыныусан малай әсәһен төрлө һорауға күмде, Аҡмулла һәйкәле янына килеп, шәхестең тормошо, башҡарған эштәре тураһында һорашты, аҙаҡ мотлаҡ ошонда уҡырға киләсәге хаҡында белдерҙе...
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында яңы уҡыу йылы ошондай хәтирәләргә бай, төрлө быуын вәкилдәрен берләштергән күркәм байрам менән башланды. 1 сентябрҙең йәкшәмбегә тура килеүенә ҡарамаҫтан, белем усағы изге йоланы боҙманы: Белем көнөн үҙ ваҡытында билдәләне.
Тәүҙә I курс студенттарына университет менән танышыу мөмкинлеге бирелде. Тормошоноң “яңы бит”ен асҡан йәштәр үҙҙәренә белем бирәсәк уҡытыусылар, профессорҙар менән осрашты, факультет декандары уларға БДПУ-ның тарихы, дөйөм тәртип ҡағиҙәләре, студенттарҙың хоҡуғы тураһында һөйләне. Унан Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәле урынлашҡан майҙансыҡта тантаналы сара уҙғарылды.
— Барығыҙҙы ла Белем көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! — тине университет ректоры Раил Әсәҙуллин. — Белем, тәрбиә — йәмғиәттең төп терәге. Был үҫеп килгән быуын күңеленә ғилемгә ынтылыш һалған уҡытыусыға айырыуса ҙур бурыс йөкмәтә. Һеҙ, буласаҡ педагогтар, йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойоп, тырышып уҡырға тейешһегеҙ. Уҡытыусы — оҫта ойоштороусы ла, тимәк, һеҙгә барлыҡ сараларҙа берҙәм ҡатнашыу, һәр яҡлап үҫешкә ынтылыу зарур. Бөгөнгө мәктәпкә ижади эшләгән яуаплы уҡытыусылар кәрәк — уларҙы беҙ тәрбиәләргә тейеш.
Тантаналы сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтар — республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Динар Хәлилов, БДПУ-ға ике тиҫтә йылдан ашыу етәкселек иткән педагогика фәндәре докторы, профессор Эдуард Хәмитов һәм башҡалар — йәштәрҙе яңы уҡыу йылы айҡанлы тәбрикләп, уларҙың йәш быуынды белемле, тәрбиәле, төрлө яҡлап һәләтле итеп үҫтереүгә ҙур өлөш индереренә ышаныс белдерҙе.
Артабан I курс студенттарына символик белем асҡысы, студент билеты, билдәләр кенәгәһе тапшырылды. Белем асҡысын университеттың физкультура факультетына уҡырға ингән Виллиам Артур Де Оливейро — “Өфө” футбол клубы тарихындағы тәүге сит ил уйынсыһы — ҡабул итте һәм I курсҡа килгәндәр исеменән сығыш яһаны. Унан яңы тормош башлаған йәштәр БДПУ студенты антын ҡабул итте.
Төрлө телдәге йыр, бейеү менән үрелеп барған байрамдан барлыҡ быуын вәкилдәре лә ҡәнәғәтлек, дәрт-дарман алып таралышты.