Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте03.09.2013
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы республиканың Хәрби комиссариатындағы инспекторҙар төркөмө инспекторы Сибәғәтуллин Ростислав Имам улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән “Уралтранснефтепродукт” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Низаметдинов Рәмзил Рауил улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре:
Дүртөйлө магистраль газ үткәргестәре линия етештереү идаралығының контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса инженеры Ахун-Вәлиев Ринат Хәләф улы, Ҡырмыҫҡалы магистраль газ үткәргестәре линия етештереү идаралығының газ бүлеү станциялары операторы Зыятдинов Марат Нәмәт улы, Полянск магистраль газ үткәргестәре линия етештереү идаралығының автомобиль транспорты диспетчеры Кеняйкина Наталья Сергеевна, Стәрлетамаҡ магистраль газ үткәргестәре линия етештереү идаралығының баш инженеры — начальник урынбаҫары Хисаметдинов Марат Әсҡәт улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Сибай магистраль газ үткәргестәре линия етештереү идаралығының авария-ремонт пункты етәксеһе Гордеев Анатолий Петровичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе”;
Шаран магистраль газ үткәргестәре линия етештереү идаралығы электромонтеры Никитин Владимир Петровичҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад