Именлек тәьмин иткән тармаҡ03.09.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шулай уҡ нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы.

“Нефть һәм газ комплексы Башҡортостан иҡтисадының төп тармағы, социаль тотороҡлолоҡ һәм халыҡ именлеге нигеҙе булды һәм әле лә шулай. Ул республиканың экспорт ҡеүәтен нығытыуға, мөһим социаль проблемаларҙы тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә. Һуңғы йылдарҙа тармаҡ предприятиелары эшмәкәрлектең төп күрһәткестәрен ышаныслы үҫтереүҙе тәьмин итә. Нефть һәм газ сығарыу, ташыу күләме арта. Етештереү алымдары яңыртыла, күләмле инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Өфөнөң нефть эшкәртеү заводтары алдынғылар иҫәбендә. Республика илдең яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләй. Ғилми-тикшеренеү учреждениелары яңы технологиялар эшләү һәм ғәмәлгә индереү өлкәһендә алдынғы урындарҙы биләй. Нефтселәр — маҡсатҡа ынтылышлы, үҙ һөнәренә тоғро, ныҡышмалы һәм көслө рухлы кешеләрҙең ҙур ғаиләһе ул. Һеҙгә һаулыҡ һәм именлек, яңы ҡаҙаныштар теләйем”, — тиелә республика башлығының ҡотлауында.


Вернуться назад