Һөт урғылды баш ҡалала27.12.2011
Быйыл Өфөлә илебеҙ тарихында тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй “Һөт иле-2011” фестивале ойошторолдо. Мәртәбәле байрам юҡҡа ғына Башҡортостанда үткәрелмәне. Беҙҙең төбәк һуңғы йылдарҙа һыйыр малы һаны, һөт етештереү буйынса Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында беренсе урында килә. Республикабыҙ күптән инде “Рәсәйҙең һөтсөлөк баш ҡалаһы” тигән исемгә лайыҡ.
Һөт урғылды баш ҡалалаБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов башланғысы менән үткәрелгән байрамға Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник, Рәсәйҙең баш дәүләт санитар врачы Геннадий Онищенконың килеүе уның әһәмиәтен тағы ла арттырҙы.
— Бөгөнгө фестиваль һөт ҡулланыусылар һәм уны етештереүселәр өсөн оло байрамға әүерелде, — тине Елена Скрынник. — Башҡортостан элек-электән һөт етештереүҙә алдынғы урынды биләй, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Төбәк һөт етештереүселәренә дәүләт ярҙамы буласаҡ. Артабан тармаҡты үҫтереү өсөн республикаға өҫтәмә рәүештә 300 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Байрамда урғылған 10 метрлыҡ һөт фонтаны күптәрҙе таң ҡалдырҙы, ул республикабыҙҙың һөткә бай булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Сара төрлө сюрприздарға ла бай булды. Нәҡ байрам ҡыҙғанда Ауырғазы районының “Молби” ауыл хужалығы предприятиеһы алып килгән ҡуңыр төҫтәге швиц тоҡомло һыйыр быҙауланы. Ҡунаҡтар ҙа, ҡала халҡы ла был хәлгә ифрат аптыраны.
Майҙанда ҡуйылған күргәҙмә лә халыҡты ҡыҙыҡһындырҙы. Ундағы ысын фермала республика хужалыҡтары Башҡортостанда үрсетелгән бестужев, симменталь, ҡуңыр швиц, голштин тоҡомло малдар менән таныштырһа, “Алексеевка” совхозы иһә рекордсы һыйырҙарҙы күрһәтте. Күргәҙмәлә ҡатнашҡан ике һыйырҙың һәр береһе тәүлегенә 50-шәр литр һөт бирә.
Рекорд тигәндән, тап ошо көндә һөт эсеү буйынса донъя беренселеге билдәләнде. Биш сәғәт эсендә алты мең литрҙан ашыу һөт эселде, һәм был ҡаҙаныш Гиннестың рекордтар китабына индерелде. Бынан тыш, “Аҡбуҙат” рестораны ашнаҡсылары донъялағы иң ҙур ҡыҫтыбый (диаметры — 2 метр, табаның ҙурлығы — 6,25 квадрат метр, уҡлауҙың оҙонлоғо — 2,5 метрҙан ашыу) бешерҙе. Ҡыҫтыбыйҙы шулай уҡ һәр кем тәмләп ҡарай алды.
Был көндө балалар ҙа рәхәтләнеп күңел асты. “Һөт оҫтаханаһы”нда улар рәсем төшөрҙө, пластилиндан уйынсыҡтар яһаны, төрлө аттракционда күңел асты. Һөт кафеларында һәр кем аҡтан ауыҙ итһә, ҡатын-ҡыҙ өсөн матурлыҡ салоны эшләне. Ә һөттән етештерелгән косметик кремдар күптәрҙең күңеленә хуш килде, теләүселәр бит-ҡулдарына массаж эшләтте.


Вернуться назад