Уртаҡ тантана03.09.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе Белем көнө айҡанлы ҡотланы. Республика етәксеһенең тәбрикләүендә былай тиелә:

“Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылының башланыуы менән ихлас ҡотлайым! Һәр беребеҙгә был көн тулҡынландырғыс мәлдәр бүләк итә. Балалар мәктәп, класташтары менән осраша, өлкәндәр улар өсөн ҡыуана, йәшлеге, дуҫтары хаҡында яҡшы хәтирәләргә бирелә. Был — беҙҙең иң яратҡан уртаҡ байрамыбыҙ.
Беренсе сентябрь — бөтә мәғариф селтәрен камиллаштырыуҙа, һәр белем биреү ойошмаһын үҫтереүҙә яңы дәүер ул. Бөгөн балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, һөнәри уҡыу йорттарына байтаҡ инвестиция йүнәлтелә. Һөҙөмтәлә улар ысын белем һәм фән һарайҙарына әүерелә.
Һуңғы йылдарҙа уҡытыусы һөнәренең абруйы артты, эш хаҡы лайыҡлы кимәлгә етте. Барыбыҙ ҙа республикалағы мәғариф селтәренән конкуренцияға һәләттең артыуын, яңы интеллектуаль һәм ижади бейеклектәргә, яңы асыштарға әҙер булған һәләтле балалар әҙерләүҙе көтәбеҙ.
Тәүге уҡыу көнөндә Башҡортостандағы бөтә мәктәптәрҙә Рәсәй Конституцияһының 20 йыллығына арналған класс сәғәттәре уҙғарыла. Минеңсә, был — йәштәрҙә гражданлыҡ һәм ватансылыҡ тәрбиәләүҙә мөһим йүнәлеш. Бөтәбеҙ ҙә тыуған төбәгебеҙҙе яратабыҙ һәм балаларыбыҙҙа ла ошо тойғоно үҫтереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Уҡытыусы — бөйөк исем. Ул — һөнәренә тоғро энтузиаст, баланың ысын дуҫы һәм кәңәшсеһе. Педагогтарҙың барыһына ла фиҙакәр хеҙмәт өсөн рәхмәт!
Ҡәҙерле балалар, ҙур теләк менән уҡығыҙ! Бөтәгеҙгә лә уңыштар, изгелек һәм именлек юлдаш булһын!”


Вернуться назад