Һаҙый ағай күрһә, һыҙланыр ине…03.09.2013
Йәмле йәй етһә, тәбиғәт ҡосағында үҫкәнгәме, тыуған яҡ – Әселе йылғаһы буйы туғайҙары, Сусаҡтау, Аҡбулат тауы – үҙенә тартып тора. Ейәнсура еренә ҡыуанып аяҡ баҫҡанда, хозур тәбиғәтебеҙ ҡосағында иркенләп ял иткәндә, тирә-яҡ мөхиттең кеше ҡулы тарафынан һәләк ителеүе шул тиклем күңелде ҡыра. Абзан менән Юлдаш ауылдары араһында аҡҡан Әселе йылғаһы буйында яҙ муйыл күкрәп сәскә ата ине, ә хәҙер унда емеш ағасы табырһыңмы икән?!
Ҡороюл, Ҡаҫмарт, Һаҡмар йылғалары буйында ла ошо уҡ хәл күҙәтелә, сөнки әҙерләү контораһы хеҙмәткәрҙәре муйылды ҡиммәткә йыйҙы. Ҡайһы бер ҡырағайҙар емеш ағасын ҡырҡып, «Беларусь» тракторына, машинаға, ат арбаһына тейәп өйгә алып ҡайта ла ишек алдындағы күләгәлә генә тиреп, ағасын утынға турай торғайны. Юл төҙөүселәр ҙә тәбиғәттең матурлығы менән иҫәпләшеп бармай. Улар, Малиновка ауылы янындағы тауҙы емереп, таштарын онтап, юлға асфальт түшәй, был инде ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарыу менән бер. Малиновка тауының үҙәктәрендә үҫкән муйыл, ҡарағат, ҡурай еләге, балан ҡыуаҡтары юҡҡа сыға, соҡор-саҡырға ямғыр һыуы йыйылып, һаҫыҡ еҫ сығарып ята, кис булһа, унда баҡалар “оркестры” уйнай башлай. Совет дәүерендә нефтселәр еләкле, бөрлөгәнле туғайҙарҙы, сабынлыҡтарҙы үлән, сәскә үҫмәҫлек итеп мазутҡа буяп киткәйне. Һерәйешеп ултырған вышкалар тирәһе, асфальтланған юл кеүек, нисә йыл үлән үҫә алмай ялтырап ята!
ХIX быуатта идара иткән Ырымбур генерал-губернаторы Перовский беҙҙең ерҙе ожмахҡа тиңләгән. Үҙенең ярандары менән Арсен тирәһендә йорт һалдырып, шунда ял итергә яратҡан. Ерле халыҡҡа рәхмәтен белдереп, мосолмандарға мәсет һалып биргән, шул тирәне Перовский утары тип атағандар. Йылғаһына бағры балығы тота төшкәндә лә, үлән-сәскәне тапарға ҡыҙғанып, бер-бер артлы берләм генә юлдан һыбай йөрөгәндәр. Ул юлды “Янарал юлы” тип йөрөтә халыҡ.
Көньяҡ Башҡортостандың бай, матур тәбиғәтенә мөкиббән киткән Перовский башҡорт ҡурайсыларын йыйып, бейеү көйө сығарып, атын бейетә торған булған. Бына ниндәй изге, аһәңле, мәғрур көскә эйә ул Башҡортостан тәбиғәте!
Мәктәп йылдарында Абзан урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы Һаҙый Ғүмәров уҡыусыларҙы Әсе урман менән Әсе түңе араһындағы ергә ҡарағай ултыртырға алып барҙы. Хәҙер шул ерҙә ҡарағайҙар гөрләп үҫә, ул яҡҡа ҡарап үтеүҙәре үҙе бер йән рәхәтлеге! Беҙ уны Һаҙый ағай урманы тип йөрөтәбеҙ. Ырымбур өлкәһенең Адамовка районы яғында йөрөгәндә юл буйындағы ҡайындар янына ултыртылған тау сейәләренә, ҡарағат ҡыуаҡтарына иғтибар иткәйнем: йыл һайын, йәй етһә, халыҡ ҡарағатын да, сейәһен дә йыйып рәхәтләнә.
Беҙҙе туйындырған, кейендергән тәбиғәтте күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ, тәрбиәләйек, сөнки беҙгә унан башҡа йәшәү юҡ! Ҡырҡылған муйылдар урынына яңы үҫентеләр ултыртыу хаҡында әле берәйебеҙ уйланамы икән?