ШОҢҠАР (кречет) – ыласын һымаҡтар отрядындағы, ыласындар ғаиләһендәге ҡош. Уның өс исеме бар: шоңҡар – атаһы, әтәлге – инәһе, тойғон – аҡ төҫтәгеһе. Ҡарғанан ҙурыраҡ. Тойғондоң дөйөм төҫө аҡ, һырты уҡ башағы һымаҡ, ә ҡорһаҡ яғы буй ҡара-көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған. Аяҡтары һары. Башҡа ыласындарҙан ҙурлығы менән айырыла. Ҡая таштар, урман сигендәге айырым ағастар араһында, тундрала йәшәй. Асыҡ урындарҙа ҡош-ҡортҡа һунар итә. Күбеһе ҡоштар менән туҡлана, һирәк кенә ваҡ йәнлектәрҙе аулай. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөй, һирәк осрай. Беҙгә көҙ һәм ҡыш осоп килә, был яҡтарҙа оя ҡормай. Һунарға йөрөү өсөн ҡулға ла эйәләштерәләр.
КӨСӨГӘН (орел-могильник) – ҡарсығалар ғаиләһендәге эре йыртҡыс ҡош. Уны дала бөркөтө, уба бөркөтө, ҡарағош тип тә йөрөтәләр. Ҡаҙҙан ҙурыраҡ.
Осҡанда ҡанат осондағы ҡауырһындары йәйелгән бармаҡтарға оҡшағандай була. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Түбәһе ҡара-көрән төҫтә, елкәһе һарғылт ерән, яурындарында аҡ тап бар. Бөркөттән ҡара төҫтәге ҡойроғо, яурындарындағы аҡ таптары менән айырыла. Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡъяҡ-ҡъяҡ-ҡъяҡ». Төрлө вак йәнлекте, ҡоштарҙы аулай. Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ағас башында оялай. Ике-өс ояһы була, уларҙың диаметры 1,5 метрға етеүе ихтимал. Ике-өс аҡ йомортҡа һала. Һуңғы йылдарҙа ҡарағоштоң ояһы Ейәнсура, Хәйбулла, Бөрйән һәм Белорет райондарында ғына теркәлгән.
АҒУНА (белая куропатка) – ҡорҙар ғаиләһенә ҡараған ҡарға ҙурлығындағы ҡош. Ҡыш аҡ төҫтә була, ҡойроғо һәм ҡанаттарының үҙәге ҡара килеш ҡала. Йәйгелеккә ала-сыбарға әйләнә, уларҙа ҡыҙғылт-һары төҫ өҫтөнлөк итә. Аяҡтарында тырнаҡтарына тиклем ҡауырһын үҫә. Оса башлағанда яңғырауыҡлы итеп ҡысҡыра. Мүкле һәм үләнле һаҙлыҡтарҙа, киң үртәндәрҙә төпләнә. Ояһын ерҙә ҡора, ҡара таптары булған һары йомортҡалар һала. Әбйәлил, Хәйбулла, Учалы, Балаҡатай, Ейәнсура райондарында осрай.