Ҡарайған ауылы халҡы көндәрҙән бер көндө дәррәү өмәгә сыҡтыИшембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларына яҡын ғына урынлашҡан Ҡарайғандың тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәр күп. Яр буйында тулып ятҡан сүп-сарҙың ауыл халҡыныҡы түгел икәнлеге аңлашылып тора. “Тәбиғәт яратыусылар” ике-өс метр һайын шешәләр өйөмө ҡалдырған.
– Ауыл халҡы егәрле. Сараға күптәр дәррәү ҡушылды. Ҡарайғандар йыйылһын өсөн бер әйтеү ҙә етә ул, тәбиғәтте һаҡлау акцияларын йыл әйләнәһенә ойошторабыҙ. Ағиҙел ярын ғына таҙартып ҡалмайбыҙ, юл буйҙарындағы, тыҡрыҡтарҙағы үләнде лә сабып сығарабыҙ, — ти ойоштороусылар.
Тиҙ арала йылға, Ҡарайған исемен йөрөткән күл ярҙары тәртипкә килтерелде, тейешле машина сүп-сарҙы махсус урынға бер нисә тапҡыр илтте. Ауылдың Ҡатын-ҡыҙҙар советы, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары бындай акцияларҙа һәр саҡ әүҙем. Был юлы ла Нурзилә Хәбирова, Фәнисә Шәрәфетдинова, Миләүшә Гаврилова, Миңленур Байымова, Гөлбикә Сәфәрғолова, Радик Хәмиҙуллин кеүектәр тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бурысын тырышып атҡарҙы.
Әлбиттә, сүп йыйыуҙан тыш, ял итеүселәр менән дә эш алып барырға кәрәклеген ауыл халҡы яҡшы аңлай. Шуға ла йылға ярҙарына махсус яҙыулы стендтар ҡуйылһа, һөҙөмтәлерәк булыр ине тигән фекер әйтелде. Бындай урындарҙа сүп һауыттары ла урынлаштырырға кәрәк тигән ҡарар ҡабул ителде.
Акциянан һуң Ағиҙел яры, күл буйы иркен тын алып ҡалғандай булды.