Ете урам өҫтәлә03.09.2013
Өфө ҡала Советы ултырышында депутаттар яңы ете урамға һәм ике тыҡрыҡҡа атама биреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Уларҙың барыһы ла Ленин районындағы Кооператив биҫтәһендә урынлашҡан.

Тиҙҙән Өфөнөң картаһында РСФСР-ҙың атҡаҙанған һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Баныу Вәлиева, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡуйыусы-режиссеры Фәтих Иҡсанов, халыҡ мәғрифәтсеһе һәм уҡытыусыһы, 136-сы башҡорт лицейына нигеҙ һалыусы Мөхәммәт Исҡужин, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Муса Вәлитов исемендәге, шулай уҡ Ирәмәл, Тағанай һәм Артезиан урамдары, Нөгөш һәм Сармат тыҡрыҡтары барлыҡҡа киләсәк.


Вернуться назад