Уларға таянырға була03.09.2013
Уларға таянырға булаСирек быуат эсендә республикабыҙ юлдары күҙгә күренеп яҡшырҙы. Бөгөн район үҙәктәренә генә түгел, бик күп ауылға асфальт юл һалынған. Ҡырмыҫҡалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы ла ошо мөһим эшкә тос өлөш индерә.

Бөгөн идаралыҡ үҙ ҡарамағында булған дөйөм файҙаланыуҙағы 456 километр юлды йыл әйләнәһенә йүнәтә, төҙөкләндерә, яңыларын һала. Коллектив иҫәбендә ғорурланып һөйләрлек төҙөлөштәр бихисап. Былтыр, мәҫәлән, Затон биҫтәһендә Өфөнө урап үтеү юлын төҙөүҙә ҡатнашҡандар. Ә инде баш ҡалаға көньяҡтан инеү юлы төҙөлөшөндә ҡатнашыу үҙе ни тора! Заманса алты һыҙатлы юл — Ҡырмыҫҡалы юл төҙөүселәренең ғорурлығы ул! Бындай яуаплы заказды сифатлы итеп ваҡытында башҡарыуға күп көс һәм таһыллыҡ һалды улар.
Ҡырмыҫҡалы районындағы юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса ла байтаҡ эш атҡарылған. Яҙҙан алып юл төҙөүселәр ҡыҙыу эш алып бара. Иң ҙур күләм республика әһәмиәтендәге Өфө — Ырымбур юлын ремонтлауға тура килә. Бында 43 миллион һумлыҡ эш башҡарылды. Райондың Антоновка ауылына ингән юл төҙөкләндерелде. Өфө — Инйәр — Белорет йүнәлешендә Штиль йылғаһы аша күпер, Ҡырмыҫҡалы — Атйетәр йүнәлешендә өс, Олокүл — Прибельский йүнәлешендә — 12, Ҡырмыҫҡалы — Иҫке Бәпес йүнәлешендә 3 километр юл төҙөкләндерелде.
Хәҙер ауыл хакимиәттәренә урамға асфальт түшәү өсөн маҡсатлы аҡса бүленә. Шул арҡала быйыл райондағы әллә күпме ауылдың урамдары асфальт “күлдәк” кейҙе. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы ауылында — Юбилей урамына, Ҡабаҡ ауылында Чернышевский һәм Аксаков урамдарына йәм индерҙе юл төҙөүселәр.
Уларға таянырға булаҠырмыҫҡалы юл төҙөү-ремонтлау идаралығының тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған базаһы, асфальт-бетон заводы, алты тиҫтәнән ашыу махсус техникаһы, йылы гараждары, газ ҡаҙанлығы бар. Машиналар паркы яңыртыла: һуңғы биш йылда “Хитачи” экскаваторы, бер нисә үҙбушатҡыс, “КамАЗ” автомашинаһы һәм башҡа техника алғандар. Ҡырмыҫҡалы юлсылары бер ваҡытта ла һан артынан ҡыуманы, эштең сифатына иғтибар бүлде. Шуға күрә тармаҡтағы яңы алымдарҙы ҡыйыу ҡулланалар.
Идаралыҡта үҙ һөнәренең оҫталары тупланған. Заказдарҙың даими булыуы, эш менән тотороҡло тәьмин ителеү тап ошоно раҫлай. Ойошмаға оҙаҡ йылдар Рәсәйҙең почетлы юл хужалығы хеҙмәткәре Фәнил Фән улы Исхаҡов етәкселек итә. Ойоштороу һәләте, тынғыһыҙ холҡо, тырышлығы менән берҙәм, эшһөйәр коллектив булдырып, идаралыҡты алдынғылар рәтенә сығарған билдәле шәхес ул. Ғөмүмән, Ҡырмыҫҡалы юлсыларының һәммәһе лә намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Йәштәрҙән мастерҙар Радик Теләүлин, Ренат Мөхәмәҙиев хаҡында йылы һүҙҙәр менән телгә алды етәксе. Хеҙмәт династиялары ла етерлек: водитель булып эшләүсе Родионовтар, Макаевтар, Батталовтар фиҙакәр эше менән ҙур абруй яулаған.
Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, тейәүсе машинист Ғ. Дәүләтбаев, бульдозер машинисы Р. Әсәҙуллин, мастер З. Дәүләтшин үҙ тәжрибәһен йәштәр менән ихлас уртаҡлаша.
Юлдарыбыҙ йылдан-йыл яҡшыраҡ, уңайлыраҡ булһын — шундай изге ынтылыш менән янып йәшәй Ҡырмыҫҡалы юл төҙөүселәре.


Вернуться назад